Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
13 Ноябрь 2025, 09:49

Сәләмәт булығыҙ

Һаулыҡ, уның өсөн сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу хаҡында район үҙәк дауаханаһының профилактика буйынса мөдире Земфира Ханнанова менән әңгәмәләштек.

Сәләмәт булығыҙСәләмәт булығыҙ
Сәләмәт булығыҙ

- Земфира Йәүҙәт ҡыҙы, иммунитетты нисек күтәреү тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.

- Йәшелсә-емеште күберәк ҡулланырға кәрәк. Улар иммун системаһын нығыта торған антиоксиданттар, витаминдар һәм минералдарға бай. Эсәктең сәләмәт микрофлораһын һаҡлаған йогурт, кефир кеүек пробиотиктар ҙа уны нығыта. Омега-3-кә бай булған лосось, тунец, авокадо, өрөктәр һәм етен орлоғо кеүек продукттарҙы рационға индерергә кәрәк. Улар иммун системаһын да нығыта һәм һалҡын тейеүгә ҡаршы үҙенсәлектәре лә бар. Шулай уҡ йәшел сәй, С витаминына бай булған цитрус, киви, емештәр, ҡыҙыл борос һәм брокколи ҙа булышлыҡ итә. Яҡшы кәйеф гормоны - серотонинды етештереүҙе көсәйтеүсе антиоксиданттар, фолиевая кислота һәм селен булғанға күрә, уларҙы ҡулланыусыларҙың кәйефе күтәрелә, бындай кешеләр депрессияға әҙерәк дусар була. Иң тәбиғи файҙалы “антидепрессанттар” – фасоль, цитрус, шпинат, банан һәм алмалар. Йәшелсә-емештәр мейе өсөн дә бик файҙалы. Был бигерәк тә аҡыл эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүселәр һәм өлкән йәштәгеләр өсөн мөһим. Емеш составындағы антиоксиданттар баш мейеһе күҙәнәктәренә зыян килеүгә ҡамасаулай, атеросклерозға, Альцгеймер һәм Паркинсон ауырыуҙарына яҡшы профилактика булып хеҙмәт итәләр. Йәшелсә һәм емештәр сәләмәт кәүҙә ауырлығын һаҡлай. Бының сере – составында күҙәнәктәр (клетчатка) булыуы. Улар тиҙ туйҙырта һәм аҙ калориялы. Шуның өсөн уларҙы ашау артыҡ ауырлыҡҡа килтермәй. Өҫтәүенә, күҙәнәктәр эсәктең эшмәкәрлеген стимуллаштыра, ашҡаҙан-эсәк трактын зыянлы химик ҡушылмаларҙан, шлактарҙан һәм канцерогендан таҙарта. Йәшелсә һәм емештәр хроник ауырыуҙар хәүефен кәметә. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, уларҙы етерлек күләмдә ҡулланыу, мәҫәлән, йөрәк-ҡан тамыр, инсульт, диабеттың 2-се тибын һәм ҡайһы бер рак төрө кеүек күп хроник ауырыуҙар барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә. Уларҙағы антиоксиданттар күҙәнәкте зарарланыуҙан һаҡларға, ә күҙәнәктәр даими аш һеңдереүгә һәм холестерин кимәлен кәметергә ярҙам итә.

- Ҡыҙыл сөгөлдөрҙө лә бик файҙалы тиҙәр...

- Эйе, ҡыҙыл сөгөлдөрҙө ашау өсөн биш сәбәп бар. Витаминдар һәм минералдарҙың бай сығанағы булған был йәшелсәлә сәләмәтлекте һәм иммун системаһын һаҡлау өсөн А, С, В6 витаминдары, калий һәм магний минералдары бар. Нитраттарҙың юғары булыуы арҡаһында ул йөрәк-тамыр системаһы өсөн бик файҙалы. Улар ҡан тамырҙарын киңәйтергә һәм ҡан әйләнешен яҡшыртырға ярҙам итә. Был тамыраҙыҡ бауырҙы таҙартырға һәм организмдан токсиндарҙы сығарырға, эсәктең һаулығын һаҡларға, аш һеңдереүгә һәм эс ҡатыуҙы булдырмаҫҡа булышлыҡ итә. Спорт медицинаһы белгестәре иҫбатлауы буйынса, сөгөлдөр һуты физик әүҙемлекте һәм сыҙамлыҡты арттыра, мускулдарҙың яҡшы эшләүенә файҙалы.

- Ғүмерҙең сифатын һаҡлау өсөн һаулыҡ стандарты хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙсе.

- Йоҡо 7-9 сәғәт булырға тейеш. Йоҡлағанда организм тергеҙелә, иммунитет һәм хәтер нығына. Бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға һәм уянырға, йоҡлар алдынан гаджеттар тотмаҫҡа тырышырға. Аҙнаһына 150 минуттан кәм булмаған физик әүҙемлекте һаҡларға кәңәш ителә. Ул йөрәк, үпкә һәм мейе эшмәкәрлеген яҡшырта. Бының өсөн йәйәү, велосипедта йөрөү, йөҙөү, йәки шатлыҡ, еңеллек килтерә торған башҡа әүҙемлек кәрәк. Кәүҙә ауырлығын нормала тоторға. Бының өсөн баланслы туҡланыу, физик әүҙемлек һәм калорияны контролдә тотоу мөһим. Ҡан баҫымы нормала булырға тейеш. Уның артыҡ булыуы йөрәк-ҡан тамыры ауырыуҙары хәүефенең төп факторы булып тора. Бының өсөн күберәк хәрәкәт, стресты контролдә тоторға, тоҙҙо аҙ ҡулланырға, һәм ҡан баҫымын йыш үлсәп торорға. Әлбиттә, туҡланыуға ныҡлы иғтибар бирергә. Йәшелсә, аҡһым, ярмалар һәм етерлек һыу менән баланслы рацион булырға тейеш. Ул матдәләр алмашыныуына, энергия кимәленә һәм йөрәк-ҡан тамырҙың сәләмәт булыуына йоғонто яһай. Һыу иһә токсиндарҙы сығарырға булышлыҡ итә, тире өсөн файҙалы. Һыуҙы көн дауамында эсеү мотлаҡ. Шәкәр һәм фасфудтарҙы аҙ ҡулланырға, күберәк яңы әҙерләнгән аҙыҡ ашарға һәм даими режим тоторға кәрәк.

- Нисек инсульт ҡорбаны булмаҫҡа?

- Быға бер нисә ҡағиҙә бар. Баланслы туҡланыу – көнөнә 400 грамдан кәм булмаған емеш һәм йәшелсә, ярмалар, һимеҙ булмаған ит, балыҡ һәм ҡуҙаҡлы культуралар, тоҙ, шәкәр һәм майҙы сикле ҡулланыу. Көн һайын ярты сәғәттән кәм булмаған даими физик әүҙемлек. Насар ғәҙәттәрҙе бөтөрөү. Улар йөрәкҡан тамыр системаһы өсөн хәүефле. Артыҡ тән ауырлығын булдырмау мотлаҡ. Ҡан баҫымын, шәкәр кимәлен, ҡанда холестерин миҡдарын контролдә тоторға, эмоциональ хәлде хәстәрләргә, стрестарҙы туҡтатырға өйрәнергә, насар уйҙарға юл ҡуймаҫҡа кәрәк. - Гәзит уҡыусыларға теләктәрегеҙ? - Йыл һайын тикшерелеп тороғоҙ, диспансеризация үтегеҙ. Сирҙе дауалағансы, профилактика үтеү яҡшыраҡ. Әгәр ҙә берәй ерегеҙ ауыртһа, бөтөр әле, тип түҙеп йөрөмәгеҙ, табипҡа кисектермәй мөрәжәғәт итегеҙ. Бер кем дә һыҙланып йәшәргә тейеш түгел. Һыҙланыу – ул организмда ниндәйҙер үҙгәреш булыуын белдергән тәндең сигналы!

- Земфира Йәүҙәт ҡыҙы, файҙалы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Фәниә СӘЛИМГӘРӘЕВА әңгәмәләште.

Автор:
Читайте нас