

Үпкә яман шеше – яман шештең иң таралған төрө. Йыл һайын уның менән 1,5 миллион кеше сирләй һәм 1,3 миллион кешенең ғүмере өҙөлә. Бөгөн табиптарҙың, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һөҙөмтәһендә был сирҙе асыҡлау өсөн мөмкинлектәре байтаҡ. Был проектҡа ярашлы, республикалағы медицина ойошмалары скрининг өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Шуға күрә йыл һайын асыҡланған пациенттар, шул иҫәптән үпкә яман шеше диагнозы ҡуйылғандар һаны арта. Рактың иртә стадияла асыҡланыуы һөйөндөрә, сөнки күпме иртәрәк асыҡлана, һауығыуға ла өмөт арта.
Яман шеш үҫешендә төп сәбәп – тәмәке тартыу. Икенсе урында – һөнәри эшмәкәрлек менән бәйле факторҙар. Асбест, радон, винилхлорид, хром, нефть, күмер продукттары, шулай уҡ башҡа хәүефле химик матдәләр менән эшләү ваҡыт үтеү менән онкологияға килтереүе мөмкин. Тын алыу юлдарының хроник сирҙәре лә онкология сирҙәренә сәбәпсе булыуы ихтимал. Кешенең туғандары араһында үпкә яман шешенә дусар ауырыуҙар булыуы сиргә юлығыу хәүефен арттыра.
Үпкә яман шеше билдәләре рактың ҡайҙа булыуына һәм үпкәнең күпме ҡәҙәр зарарланыуына бәйле. Өҫтәүенә, яман шеш күп кенә осраҡта бер ниндәй билдәһеҙ булырға мөмкин. Беренсе стадиянан икенсе-өсөнсөһөнә тиклем бер нисә аҙна ғына үтеүе мөмкин.
Дөйөм билдәләре:
Оҙайлы ваҡыт субфебриль 37–37,3 градус тән температураһы булыуы;
Яман шеште дауалауҙа хирургик дауалау, нурҙар менән дауалау, химиотерапия һәм ҡушма дауалау ысулдары ҡулланыла. Был ысулдарҙың береһен һайлау яман шештең ниндәй стадияла булыуына, шештең ҙурлығына бәйле. Дауалауҙың заманса ысулдары пациенттар тормошоноң сифатын һәм һанын күбәйтеү мөмкинлеген бирә. Ошолар хаҡында юғары категориялы, торакаль онколог Замир Сәлих улы Абдуллин һөйләне.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.