Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
5 Ноябрь 2025, 14:57

Малай мәктәбендә театр байрамы үтте

Район мәктәптәре араһында "Тыуған еремә һөйөүем - һүҙем һәм йөрәк аша" конкурсы башланды. Һәм беҙ тәүге сығыш яһаусыларҙан булдыҡ!Был сара мәктәп тормошонда сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды, ул йәш таланттарҙың үҙ һәләттәрен күрһәтеүгә мөмкинлек бирҙе.

Малай мәктәбендә театр байрамы үттеМалай мәктәбендә театр байрамы үтте
Малай мәктәбендә театр байрамы үтте

Конкурста мәктәбебеҙҙең төрлө кластарынан талантлы уҡыусылар ҡатнашты. Улар оҙаҡ ваҡыт әҙерләнделәр, һәр бер образды өйрәнеп, сәхнәлә йәнләндерергә тырыштылар. Һөҙөмтәлә, тамашасылар алдына уникаль спектакль тәҡдим ителде.

Уҡыусыларҙың сығыштары бик сағыу, хисле һәм ышандырырлыҡ булды. Уларҙың һәр береһе сәхнәлә үҙенең индивидуаллеген һәм артистлыҡ оҫталығын күрһәтте. Тамашасыларҙың көслө алҡыштары һәм йылы һүҙҙәре йәш артистар өсөн иң яҡшы баһа булып торҙо.

Был көн мәктәп тарихына сағыу бит булып яҙылып ҡалыр. Мәктәп театры – ул  һәләттәрҙе үҫтереү генә түгел, ә берҙәм командала эшләргә өйрәнеү, ышаныслы булыу һәм хис-тойғоларҙы асыҡ күрһәтә белеү ҙә.

Бөтә ҡатнашыусы артистарыбыҙға, һәм етәкселәре Ғәйфуллина Миләүшә Радик ҡыҙына, декорация әҙерләп, сәхнә биҙәгән хеҙмәт уҡытыусыһы Мәжит Ҡоҙаҡаевҡа ҙур рәхмәт! Киләсәктә лә яңы ижади үрҙәр яулап, мәктәп сәхнәһен шатлыҡ һәм илһам менән тултырырбыҙ, тип ышанабыҙ!

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас