Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
1 Ноябрь 2025, 04:52

Инвестицияла аҡса эшләргә өмөтләнеп

Аферистар инвестициялаЙыш ҡына йәштәр финанс мутлашыусыларҙың ҡорбаны була. Мәҫәлән, беҙҙең райондан булған студент танышына инвестицияларҙа аҡса эшләргә ярҙам ит ергә теләп, үҙе аҡсаһыҙ ҡалған, “аферистар селтәре”нә эләккән.Барыһы ла ярҙам һорауҙан башланды. Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе Айнур М.-дан (исеме үҙгәртелде) бер танышы бурысҡа 2 мең һум аҡса һорай. Егет уға аҡса күсерә. Һуңынан тағы унан 6500 һум аҡса һорай, егет тағы аҡса ебәрә. Ҡыҙ өсөнсө тапҡыр 15 мең һум һорағас, Айнур М. хәүефләнә һәм аҡсаның нимә өсөн кәрәклеген асыҡларға ҡарар итә.Баҡтиһәң, уның танышының мессенджерҙарҙың береһендә мутлыҡ схемаһында ҡатнашыуы асыҡлана. Уға инвестицияларҙан юғары килем вәғәҙә итәләр. Бының өсөн аҡсаны күрһәтелгән иҫәпкә күсереү генә кәрәк була, ә уның урынына юғары процентлы аҡсаны кире ҡайтарыу гарантиялана. Асыҡланыуынса, ҡыҙ ике ай буйына билдәһеҙ кешеләргә 500, 5000, 6500, 13575 һум аҡса күсергән.Финанс пирамидаһы менән эш итеүен аңлап, Айнур М. ваҡиғаларҙың артабанғы үҫешен көтсәйенсә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итә.Хөрмәтле район халҡы! Инвестициялар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе рәсми сығанаҡтарҙан һәр ваҡыт тикшерегеҙ. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм тиҙ генә килем алыу тураһындағы вәғәҙәләргә ышанмағыҙ!Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИ НА.

Инвестицияла аҡса эшләргә өмөтләнепИнвестицияла аҡса эшләргә өмөтләнеп
Инвестицияла аҡса эшләргә өмөтләнеп

Ҡабаҡ ауылында йәшәүсе Айнур М.-дан (исеме үҙгәртелде) бер танышы бурысҡа 2 мең һум аҡса һорай. Егет уға аҡса күсерә. Һуңынан тағы унан 6500 һум аҡса һорай, егет тағы аҡса ебәрә. Ҡыҙ өсөнсө тапҡыр 15 мең һум һорағас, Айнур М. хәүефләнә һәм аҡсаның нимә өсөн кәрәклеген асыҡларға ҡарар итә.
Баҡтиһәң, уның танышының мессенджерҙарҙың береһендә мутлыҡ схемаһында ҡатнашыуы асыҡлана. Уға инвестицияларҙан юғары килем вәғәҙә итәләр. Бының өсөн аҡсаны күрһәтелгән иҫәпкә күсереү генә кәрәк була, ә уның урынына юғары процентлы аҡсаны кире ҡайтарыу гарантиялана. Асыҡланыуынса, ҡыҙ ике ай буйына билдәһеҙ кешеләргә 500, 5000, 6500, 13575 һум аҡса күсергән.
Финанс пирамидаһы менән эш итеүен аңлап, Айнур М. ваҡиғаларҙың артабанғы үҫешен көтсәйенсә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлегенә мөрәжәғәт итә.
Хөрмәтле район халҡы! Инвестициялар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе рәсми сығанаҡтарҙан һәр ваҡыт тикшерегеҙ. Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ һәм тиҙ генә килем алыу тураһындағы вәғәҙәләргә ышанмағыҙ!
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИ НА.

Автор:
Читайте нас