Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Октябрь 2025, 16:39

Мәшһүр Мостай рухына бағышлап

Өфө ҡалаһында "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсына йомғаҡ яһау, еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Был сара быйыл ун етенсе тапҡыр үткәрелә, унда төрлө номинацияларҙа 4500-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты.

Мәшһүр Мостай рухына бағышлапМәшһүр Мостай рухына бағышлап
Мәшһүр Мостай рухына бағышлап

Әҙәби-ижади конкурс «Минең Мостай» (ижади проекттар), «Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн...» (инша, эссе, шиғыр) номинациялары буйынса ойошторолдо. Бынан тыш, Халыҡ шағирының тормошо, ижадына арналған интернет-викторинала Башҡортостандан тыш, Татарстан Республикаһынан, Ҡурған, Ырымбур, Силәбе, Свердловск, Һарытау, Һамар өлкәләренән, Ҡаҙағстандан да ҡатнаштылар. Конкурс сиктәрендә «Беҙҙең өйҙөң йәме» квиз уйыны ла үткәрелде. Өсөнсө тапҡыр уҙғарылған сарала алты команда ҡатнашты: Ишембайҙан «Аҡйондоҙ», Өфө районынан «Дарман», Өфө ҡалаһынан «Бикбай вариҫтары», Хәйбулла районынан «Аҡ ҡылған», беҙҙең райондың Ефремкин мәктәбенән «Зирәктәр», Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан «Өс таған». Командалар Мостай исеменә бәйләп үҙҙәре менән таныштырғас, сәмле ярыш башланды. Төп талап – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлы, фронт йылдары, ижады, уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр, төшөрөлгән фильмдарҙы яҡшы белеү. Капитандар өсөн зирәклеккә, тапҡырлыҡҡа, тел байлығына ҡоролған уйындар ҙа булды. Командаларҙың сығышын һәм яуаптарын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Рәмзил Сәлмәнов, «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе Гөлназ Шәйхетдинова һәм «Аманат» журналының бүлек мөхәррире, шағирә Зилә Ғәлләмова баһаланы. Һөҙөмтәлә, Ишембай командаһы еңеүсе тип танылды. Ә II урынды Ефремкин мәктәбенең «Зирәктәр» командаһы (етәксеһе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Юлдашбаева) менән «Өс таған»дар яуланы. «Дарман», «Бикбай вариҫтары», «Аҡ ҡылған» командаларына III урын бирелде. Командаларға ҡиммәтле, ә уйында ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
«Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн...» инша, эссе, шиғырҙар конкурсына бөтәһе 128 уҡыусының эше ҡабул ителгән. Шулар араһынан Бишауыл-Уңғар урта мәктәбенең IX класс уҡыусыһы Айгизәр Сәлимгәрәев призлы урынға лайыҡ булды (етәксеһе - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Исхаҡова). Рус телендә ижад итеүсе Сахай урта мәктәбенең ⅩⅠ класс уҡыусыһы Илнара Исламғолованың да призлы урынға лайыҡ булыуы бик һөйөнөслө булды (етәксеһе - рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәниә Ишкарина). Районыбыҙ уҡыусылары Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының дипломы, шулай уҡ гимназияның Маҡтау ҡағыҙы, бүләктәр алып ҡыуанды.
Бүләкләү тантанаһы шаулап-гөрләп үтте. «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсына килгән иң яҡшы эштәр авторҙарын халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримова ҡотланы. Еңеүселәрҙе ҡотлау гимназия уҡыусылары әҙерләгән шиғыр, йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барыуы сараға йәм өҫтәне.
Уҡыусылар һәм уҡытыусылар ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен белдереп, саранан онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар, рухи көс һәм яңы үрҙәргә ынтылыш алып ҡайттылар. Ижадҡа ынтылған, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен яратып өйрәнгән һәләтле уҡыусыларҙы һәм уларҙың етәкселәрен ҙур уңыштары менән ҡотлайбыҙ.
Рәмилә Исхаҡова,
Бишауыл-Уңғар мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас