Даирә
+28 °С
Болотло
Новости
28 Октябрь 2025, 16:26

Китап – белем шишмәһе

Бөгөнгө көндә китапханалар заман менән бергә атларға, китапханаға килеүселәрҙең талаптарына яраҡлашырға тырыша. Мәктәп китапханаһы нисек йәшәй, интернет мөмкинлектәре артҡан ваҡытта китапханасы эше юғалып ҡалмаймы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты беҙ Бишауыл-Уңғар ауылының мәктәп китапханаһында эшләүсе тәжрибәле белгес, үҙ эшенең оҫтаһы Миңнур Миңлеғәли ҡыҙы Сәйетгәрәева менән бергәләп эҙләнек.

Китап – белем шишмәһеКитап – белем шишмәһе
Китап – белем шишмәһе

- Китапхансы һөнәрен һайлау өсөн китап уҡырға яратырға кәрәктер, моғайын. Һеҙ бала саҡтан китаптар яратаһығыҙмы?
- Мин үҙем бәләкәй саҡтан күп уҡырға яраттым. Әле һаман да мәктәптә уҡыған саҡтағы китаптарым һаҡлана. Бәлки шуғалыр ҙа, китапханасы һөнәрен һайлағанмындыр.
- Ниндәй уҡыу йортон тамамланығыҙ?
- Өфөләге 1-се педагогия училищеһын тамамлағандан һуң егерме йылға яҡын Һәүәләй ауылының балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләнем.
- Нисә йыл китапхана эшенә бағышланығыҙ?
- Егерме өс йыл ғүмеремде Бишауыл-Уңғар мәктәбендә китапханасы эшенә бағышланым. Бынан тыш музыка, рәсем дәрестәрен дә алып барам.
- Хәҙерге заман балаларын китап менән ҡыҙыҡһындырыу бик ауыр. Уҡытыусынан тыш, балала китапҡа һөйөү уятыу китапханасынан да тора. Был йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарыла?
- Эште беренсе кластан уҡ башлайбыҙ. Уҡыу йылы башында класс етәксеһе балаларҙы китапханаға сәйәхәткә алып килә. Уҡыусылар менән әңгәмә ваҡытында китапты дөрөҫ тотонорға, ҡулланырға өйрәтәм, китапханала ниндәй гәзит-журналдар барлығын күрһәтәм, белешмә китаптары менән таныштырам.
- Һәр бер балаға китапханала кәрәкле китап бармы-юҡмы икәнен аңлатыу ҙа еңел эш түгел.
- Китапхана фонды менән балалар күргәҙмәләр аша таныша. Улар уҡыусының китапҡа иғтибарын йәлеп итеүҙә ҙур роль уйнай. Төп урынды даими күргәҙмәләр алып тора, улар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә, Ғаилә йылына, Башҡортостандың 100 йыллығына, әсәләргә, һәм, әлбиттә, китапҡа бағышланған.
Ваҡытлы күргәҙмәләр ҙә ойошторола. Улар күберәк яҙыусы-шағирҙарҙың юбилейҙарына һәм ил тарихында булған ваҡиғаларға арнала.
- Уҡыусылар ниндәй авторҙарҙы һәм жанрҙарҙы күберәк уҡый?
- Башланғыс кластар күберәк әкиәттәр, хикәйәләр уҡырға яратһа, урта һәм өлкәнерәк кластар төрлө энциклопедиялар менән ҡыҙыҡһына.
- Йәштәргә ниндәй китаптар уҡырға кәңәш итер инегеҙ?
– Йәш быуындың күберәк патриотик йүнәлештә китаптар уҡыуын теләр инем. Бындай китаптар илһөйәр, изге күңелле, намыҫлы булырға өйрәтә.
– Китапханаға йөрөүселәр күпме?
– Балалар китапханаға даими йөрөйҙәр. 1-4 класс уҡыусылары бигерәк тә әүҙемдәр.
- Китапханалар хәҙерге ваҡытта төрлө саралар үткәреү майҙансығы булып тора. Шул хаҡта ла һөйләһәгеҙсе?
- Китапханала даими рәүештә төрлө темаларға арнап күргәҙмәләр үткәрәм. Мәктәптә уҙғарылған барлыҡ сараларҙа актив ҡатнашам. Шиғыр уҡыусылар конкурсына әҙерләнгәндә, балаларға шиғырҙар һайларға үҙем ярҙам итәм, һүрәттәр конкурсына ла тема һайлағанда кәңәштәремде бирәм.
- Йәш быуындың китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
- Уҡыусылар менән уртаҡ тел табып, әңгәмә ҡорам. Хәҙерге заман балаһы нимә менән ҡыҙыҡһынғанын белеп, шул темаға китаптар тәҡдим итергә тырышам. Киләсәктә лә китапханасы һөнәре юғалмаҫына, китап һөйөүселәрҙең юҡҡа сыҡмаясағына ышанып ҡалам.
- Уҡыусыларға теләктәрегеҙ.
- Уҡыусыларға теләгем шул, китап – белем шишмәһе, белемле булыу өсөн уҡырға кәрәк.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Миңнур Миңлеғәли ҡыҙы. Һеҙҙе һәм барлыҡ китапханасыларҙы һөнәри байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ, ныҡлы сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас