Даирә
+21 °С
Болотло
Новости
27 Октябрь 2025, 07:37

Юғалған егеттең мәйетен 13 йылдан һуң тапҡандар!

Стәрлетамаҡ районында тыуған 23 йәшлек Руслан Ғатауллин 2011 йылдың 24 мартында эҙһеҙ юғалған була.

Юғалған егеттең мәйетен 13 йылдан һуң тапҡандар!Юғалған егеттең мәйетен 13 йылдан һуң тапҡандар!
Юғалған егеттең мәйетен 13 йылдан һуң тапҡандар!

Ул юғалыр алдынан яңы машина – аҡ «девятка» һатып алырға ниәтләнгән. Кәрәкле автомобилде һатыусыны табырға уға яңы танышы Антон Иванов ярҙам иткән.
24 мартта Русланды машина ҡарарға сағыралар. Үҙе менән ул 100 мең һумға яҡын аҡса алған һәм һатыусы менән осрашырға киткән. Тик егет ошо көндән эҙһеҙ юғалған.
Шик аҫтына шунда уҡ Антон Иванов эләккән. Әлбиттә ул Ғатауллиндың юғалыуына ҡыҫылышы булмауын әйткән.
Рәсәй Тикшереү комитетының Башҡортостан буйынса идараһы криминалистары эшкә ҡушылғас, егет менән 13 йылдан һуң нимә булғаны асыҡлана.
Тикшереү-криминалисы Данил Шәкүров хәбәр итеүенсә, 2011 йылда йыйылған эш материалын ҡарап сыҡҡандан һуң, телефон номеры хужаһы асыҡланған, унан Русланға билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡан һәм шәхси осрашыуға сҡырған. Был кешенең Антон Ивановтың күптәнге танышы булыуы асыҡлана, улар Ғатауллинды бергә үлтергән. Енәйәт ҡылыусылар алдан уҡ Русландың аҡсаһына күҙ һала. Уларҙың береһе кредит бурысына батҡан була, шуға күрә Русланды улар аңлы рәүештә үлтергән.

Енәйәт эшен тикшереүҙе 2024 йылдың көҙөндә генә тамамлайҙар.  Енәйәтселәр мәйетте күмгән урынды ла күрһәткән, ләкин әле лә үҙ ғәйептәрен кире ҡағалар.

Автор:Гөлнара Солтанова.
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2025-10-27/shok-yu-al-an-egette-m-yeten-13-yyldan-u-tap-andar-4442391
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас