Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
23 Октябрь 2025, 10:14

Бейеү - ул халыҡтың күңеле

Бейеү - ул халыҡтың күңелеБыйыл Башҡортостанда тәүге тапҡыр милли бейеү көнө билдәләнде. 

Бейеү - ул халыҡтың күңелеБейеү - ул халыҡтың күңеле
Бейеү - ул халыҡтың күңеле

Был дата осраҡлы ғына һайланмаған. 21 октябрь - күренекле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө.
Милли бейеү - ул халыҡтың хис-тойғоларын һәм тарихын еткереү ысулы. Ул кешеләрҙе, йәшенә һәм социаль статусына ҡарамай, берләштерә. Бейеүҙәр үҙенсәлекле йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап ҡалырға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға ярҙам итә. Башҡорт профессиональ хореографияһының нигеҙен булдырыусы Фәйзи Ғәскәров ошо ябай ғына хәҡиҡәтте аңлауы менән дә бәхетле ижадсы булғандыр, моғайын.
Ошо матур дата уңайынан беҙҙең район мәҙәниәт һарайында ла “Донъя ритмдары” тип аталған концерт уҙғарылды. Тамашасылар тағы бер тапҡыр Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижадының атҡаҙанған бейеү коллективы, “Далан” өлгөлө хореографик ансамбле (етәкселәре Альбина һәм Артур Юлыевтар) һәм “Йондоҙ” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Гөлназ Хәкимова), “Браво” бейеү ансамблдәренең сағыу бейеүҙәрен ҡарау бәхетенә эйә булды.
Район халҡы балаларҙың төрлө милләт бейеүҙәрен дәртле, рухлы, ихлас итеп бейегәндәрен ҡарап рухи аҙыҡ алып, ойоштороусыларға рәхмәттәр әйтеп ҡайтты.
Милли бейеү көнөнөң республиканың мәҙәни байлығын һаҡлау һәм арттырыу эшендә тағы бер мөһим аҙым буласағына шик юҡ.
Ынйы Сәлихова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас