+24 °С
Дождь


Ләкин был осраҡта ла талаҡ ирке ир ҡулында, әгәр ризалашһа ҡатыны никахта алған мәһәрен кире ҡайтарып айырылыша алалар. Был хулғ тип атала.
Әгәр ир риза түгел, ә айырылышырға сәбәп бар һәм ҙур икән - ҡазыйға баралар. Ҡазый, йәки белемле һәм тәжрибәле хәҙрәт уларҙың хәлдәрен ҡарай, әгәр ысынлап та бергә йәшәрҙәй хәлдә булмаһалар фәсех эшләй - никахтарын тарҡата.
Был инде әгәр ир бер нисек тә талаҡ бирмәй, ә уның менән йәшәү мөмкин түгел, мәҫәлән, йә һис айнымай, йә һөйләшеү-килешеүгә яраҡһыҙ...
Аллаһ Тәғәлә ғаиләләрҙе нығытһын, төҙәтһен, иманыбыҙҙы ныҡ итһен. Әмин.