Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
20 Октябрь 2025, 09:32

Яңы рәйес һайланды

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районындағы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов, район хакимиәте башлығының социаль эштәр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, район ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Илмира Ғәлиәхмәтова һәм башҡарма комитет ағзалары ҡатнашты.

Яңы рәйес һайландыЯңы рәйес һайланды
Яңы рәйес һайланды

Ултырышта Илтуған ауылында тарих һәм тирә-яҡты өйрәнеү музейы директор Клара Ғәйфуллина музейҙың эшмәкәрлеге тураһында таныштырып китте.
- Музей 2023 йылдың 12 декабрендә асылады. Был эшкә Резеда Әхтәмова, Рушания Хәмәтғәлимова, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, хәрби ветерандар ойошмаһы, ауылдар халҡы бик ҙур тырышлыҡ һалды. Барлыҡ ҡиммәтле һәм ҡабатланмаҫ экспонаттар, документтар һәм фотографиялар, әсбаптар – уларҙың тынғыһыҙ хеҙмәт емеше һөҙөмтәһе.
Музейҙы тулыландырыу өҫтөндә даими эшләйбеҙ. Район халҡының үҙ тарихына битараф булмауы ҡыуандыра. Бик күп ҡул эштәре өлгөләре, һауыт-һаба һәм башҡа әйберҙәр килтерәләр.
Музейға сит тарафтарҙан килеүселәр күп, ауылдарыбыҙ халҡы, мәктәптәр уҡыусылары тағы ла әүҙемерәк йөрөһә, беҙ бик шат булыр инек, - тине Клара Дархан ҡыҙы.
“Даирә” гәзите мөхәррире Гөлсәсәк Аласова үҙ сығышында матбуғаттың бөгөнгө хәле, милли баҫмаларға яҙылыу барышы тураһында һөйләне.
- Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарҙың тиражы кәмеп бара. Был иһә уларҙың бөтөү ҡурҡынысын тыуҙыра. Үҙебеҙҙең матбуғатты һаҡлап ҡалыу өсөн әүҙемлек күрһәтергә тейешбеҙ – һәр кеше үҙенең туғандарына, тыуған ауылына, мәктәбенә, мохтаждарға йәки башҡаларға гәзит-журналдарға яҙыла ала.
“Изге яҙылыу” акцияһы сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына “Даирә” гәзитен бүләк итергә теләк белдереүсе яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт. Артабан да райондағы милли баҫманы һаҡлап ҡалыу өсөн бергәләп тырышайыҡ, - тип өндәне Гөлсәсәк Сәлих ҡыҙы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов "2021-2031 йылдарҙа башҡорт халҡының үҫеше стратегияһы" тураһында таныштырып:
- Был документ - милләттең тотороҡло һәм уңышлы үҫешен тәьмин итеү, уны тормошҡа ашырыу өсөн заманса маҡсаттар, принциптар, йүнәлештәр комплексы ул. Документтың төп маҡсаты - дәүләт мәнфәғәттәрен, кешелек принциптарын, халыҡтың этномәҙәни үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуҙы, граждандарҙың конституция хоҡуҡтарын һәм иректәрен тәьмин итеүҙе иҫәпкә алып башҡорт халҡын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Уның нисек тормошҡа ашырылыуы һеҙҙең дә һәр ҡайһығыҙҙан тора, тине.
Юлдаш Мөхәмәт улы күп йыллыҡ һәм әүҙем хеҙмәте өсөн Илмира Әнүәр ҡыҙына рәхмәт белдереп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының маҡтау грамотаһын тапшырҙы.
Илмира Әнүәр ҡыҙы ун биш йыл дауамында бер команда булып эшләгән ҡоролтай ағзаларына рәхмәт һүҙҙәрен белдереп, һуңғы арала башҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһен барланы. Район ҡоролтайы ағзалары алдында йәнә бер бурыс - урындағы йәмәғәт ойошмаһының рәйесен һайлау торҙо. Был вазифа Константиновка мәктәбе директоры Илһам Садиҡовҡа ышаныс менән тапшырылды.
Илһам Садиҡов 2000 йылда Һәүәләй ауылында тыуған. 2023 йылда М.Аҡмулла исемендәге дәүләт педагогия университетының бакалаврын, 2025 йылда шул уҡ уҡыу йортоноң магистратураһын тамамлаған. Муниципаль район Советы депутаты һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзаһы булып тора. 2023 йылда “Ауыл лидерҙары - 2023” Бөтә Рәсәй йәш идарасылар конкурсы финалисы булған.
«Мин Ҡырмыҫҡалы районы башҡорттары ҡоролтайының рәйесе итеп һайланыуыма шатмын. Артабан районыма һәм халҡыма файҙа килтерермен, бергәләп беҙәмлектә эшләрбеҙ, тип ышанам», - тип белдерҙе районыбыҙ башҡорттары ҡоролтайының яңы рәйесе.
Илһам Илдар улына уңыштар һәм сәмле хеҙмәт теләйбеҙ!

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас