Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
15 Октябрь 2025, 15:49

“Үлтереп йоҡо килә...”

Һүлпәнлектән, хәлһеҙлектән, эшкә дәрт юҡлыҡтан нисек арынырға? Шәфҡәт туташынан ябай кәңәштәр - яҙмала.     

“Үлтереп йоҡо килә...”“Үлтереп йоҡо килә...”
“Үлтереп йоҡо килә...”

– Башты күтәреп тә булмай, үлтереп йоҡо килә... Әллә ниңә бығаса булмағанса йоҡо баҫып тик тора. Бер нәмәгә ваҡыт еткереп булмай, көнө буйы йүгерә-йүгерә арытты, күрәһең, – тип һуҡрана-һуҡрана урынынан торҙо Вәлимә. – Ниңә ул убыр йоҡо туймай икән, иртә ятам, туғыҙ сәғәткә яҡын йоҡлап та, көнө буйы иҫнәй-иҫнәй, сирле кеше кеүек йөрөсәле... Апайыма ҡарайым да һушым китә: уның бөтә нимәгә өлгөрөүенә, көс-дәртенә, кәйефенең күтәренкелегенә көнләшерлек. Берәй ҡеүәт биреүсе “моторың” барҙыр һинең, апай, тип көләм, төп хеҙмәтенән тыш, йәмғиәт эштәренә, республика буйлап сәйәхәттәргә ваҡыт та, көс тә таба алыуына аптырайым. Ә мин унан ете йәшкә кесерәк! Илдән-илгә сәфәр ҡылып, тауҙан-тауға үрмәләүҙән ләззәт тапҡан ут күршеләрем дә - минең өсөн серле йомаҡ. Генетик яҡтан бик көслө нәҫел, ахыры. Мин бында йомшаҡ ултырғыстан нисек ҡуҙғалырға, өйгә ҡайтҡас башҡарасаҡ мәшәҡәттәрҙе барлап, нисек йырып сығырға, тип баш ватам...

– Һаман да бер балыҡ башы, әхирәт, эш бит бында нәҫелдә лә, генетикала ла түгел, тип күпме ҡабатларға була? Эйе, ниндәйҙер өҫтөнлөк булыуы мөмкин, тик уның һинең “йоҡо сүлмәге” булыуыңа ҡатнашлығы юҡ, – тип ҡырт ҡына киҫте әхирәтенең зарлы монологын шәфҡәт туташы булып эшләгән Айбикә. – Йәшәү рәүешеңде күптән үҙгәртергә кәрәк, тип күпме тылҡыйым. Был бит ҡулдан килерлек! Һинең уйыңса, кем күберәк туҡлана, емертеп ашай, уның энергияһы ла шунса күберәк. Аҙыҡ туҡлыҡлыраҡ булған һайын, шунса яҡшыраҡ, тип уйлау ҙа дөрөҫ түгел. Артыҡ майлы аҙыҡ, ит, ҡамыр аштары, татлы-шәрбәтле ризыҡ тамаҡты тиҙ туйҙырһа ла, ғәмәлдә һүлпәнлеккә, хәлһеҙлеккә алып килә, эшләү теләген һүндерә.

– Шуға күрә ит ашамайһың да инде һин, мине лә вегетариандар командаһына яҙмаҡсыһың... – тип һүҙ ҡыҫтырҙы Вәлимә.

– Юҡ, әхирәт, бер ҙә улай түгел, ит аҙыҡтарының ашҡаҙанда яртылаш эшкәртелеүе, ҡалғанының ауыр йөк булып организмда ятыуы хаҡында ғына иҫкәртмәксе инем. Туйғансы ашағандан һуң арығанлыҡ тойоу, йоҡо килеү тойғоһо барыбыҙға ла яҡшы билдәле. Беҙ быны ыңғай билдә итеп, хуплап ҡаршы алабыҙ, йәнәһе, организм ашағандан һуң ҙур ҡәнәғәтлек кисерә. Тап мул табындан һуң шул хәтлем аҙыҡты эшкәртеүгә ниндәй ҙур энергия талап ителәсәген самалап, организм “аптырауға төшә”, “баш вата” башлай. Артыҡ күп ашау һөҙөмтәһендә көн буйына хәлһеҙлек тойоп, ҡулына эш бармаған кешеләр етерлек. Мин был осраҡта һине генә күҙ уңында тотмайым, әхирәт, хәтер янсығыңа һалып ҡуйһаң, ҡамасауламаҫ. Самаңды белеү өсөн порцияларҙы ҡыҫҡартып ҡарау файҙалы, бер-ике аҙнанан һуң үҙегеҙҙә көс артыуын тойорһоғоҙ, нимәлер эшләү теләге уяныр. Еләк-емештең организм өсөн ни тиклем файҙалы булыуы хаҡында һөйләп тә тормайым.

– Организмды таҙартыуҙың иң анһат юлын да өйрәтһәң ине...

– Вәлимә, һин бит ноутбугыңды яҡшыраҡ эшләһен, ҡыҙмаһын өсөн йыш ҡына ҡарап, таҙартып тораһың, сөнки ваҡытында таҙартылмаған техника насар эшләйәсәк. Организм менән дә шул уҡ хәл. Эсәклектә йылдар буйына тупланға шлактан ҡотолоу хәл-торошто яҡшыртасаҡ. Ә уның әмәлдәре бик күп. Аҙыраҡ йоҡла, әхирәт. Был кәңәшем сәйерерәк тойолһа ла, ғәмәлдә артыҡ йоҡо һимертеү хәлһеҙлеккә алып килә. Туғыҙ сәғәтлек йоҡонан һуң һүлпәнлек тойоуың ғәжәп түгел. Күберәк хәрәкәтлән, физик көсөргәнеш булмағас, энергия ла артмай. Тәүге күнегеүҙәрҙән үк үҙеңде яңырып киткәндәй тойорһоң. Иң мөһиме - бер урында тапанмаҫҡа, алға ҡарап йәшәргә кәрәк, әхирәт.

Фото: kotello.ru

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас