

Айыҡлыҡ көнө тәүге тапҡыр 1911 йылдың 11 сентябрендә СанктПетербургта үтә. Ул йәмғиәтте берләштерергә, сәләмәт йәшәү рәүеше ҡиммәттәрен күрһәтергә теләгән интеллигенция вәкилдәре ярҙамында ойошторола. Хәҙерге Рәсәйҙә ул 2005 йылда тергеҙелә, ә 2014 йылда байрамға Бөтә Рәсәй статусы бирелә. Һарт-Шишмә ауылы халҡы был көндө көслө ямғырға ла ҡарап тормайынса, күмәкләшеп йүгерергә сыҡты. Яңы Ҡыйышҡы ауылы Советы хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова менән бергә ауыл халҡы айыҡ тормошто пропагандалау өсөн ҙур эштәр башҡара һәм үҙҙәре үк өлгө күрһәтә. Улар әле ең һыҙғанып, “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында ҡатнаша һәм үҙҙәренең еңеп сығырына ышана. Конкурстың төп маҡсаты булып сәләмәт тормош рәүеше алып барыу һәм спортҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләү мәсьәләләре тора. Был көндө һартшишмәләр кроста ҡатнашып ҡына ҡалманы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам йөҙөнән концерт ойоштороп та ебәрҙе. Был эштә уларға район үҙәк дауаханаһы һәм мәҙәниәт бүлеге ярҙам күрһәтте. Мобиль ФАП һәм китаптар менән тулы библиобус сараға йәм һәм файҙа өҫтәне. Айыҡлыҡ көнөндә генә түгел, һәр көнөбөҙ ошолай айыҡ аҡылда, яҡындар менән аралашыу шатлығында һәм айыҡлыҡты йылдың көн һайын тәбиғи торошҡа әйләндерергә ынтылыуҙа үтһен!