

Биш балалары – биш шатлыҡтары
Ваҡыт тигәнең бик тиҙ үтә. Был ваҡиғаларға ярты йыл да уҙып киткән. Бына мин, ниһайәт, Тажетдиновтарҙың нур бөркөлөп торған яҡты, иркен фатирҙарында.
- Балаларҙың һәр береһе үҙ эштәре, шөғөлдәре буйынса таралышты. Кем мәктәптә, кем балалар баҡсаһында, кемеһелер ГТО тапшырырға китте, - тип ҡаршы алды хужабикә.
Лилиә менән Дамир Тажетдиновтар ут күршеләр булып, икеһе лә йәмле Ағиҙел буйында урынлашҡан Иҫке Шәрәй ауылында тыуып үҫкәндәр. Ғаиләгеҙ барлыҡҡа килеү тарихы менән таныштыр әле тигәс:
- Дамир минән ете йәшкә олораҡ. Бала саҡта уның бер туған ҡустыһы менән бергә уйнап үҫтем. Беҙҙең килен, тип шаяртыр ине Дамир ул мәлдәрҙә мине күрһә. Стәрлетамаҡта медицина колледжында уҡып йөрөгәндә, поезда осрашып, ныҡлап аралаша башланыҡ. Дамир ул саҡта Урман хужалығы техникумын тамамлап, янғын һүндереүсе булып эшләп йөрөй ине. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнештек. Килене түгел, кәләше булдым да ҡуйҙым, - тип хәтер йомғағын һүтте Лилиә Фәнит ҡыҙы егерме йылдан ашыу ваҡыт үткән ваҡиғаларҙы барлап.
Тажетдиновтарҙың ғаиләһендә бер-бер артлы мөхәббәт емештәре – биш сабыйҙары донъяға килә. Балалары мәктәптән тыш төрлө түңәрәктәргә йөрөһөндәр, төрлө яҡлап үҫешһендәр тигән маҡсат менән ҙур ғаилә район үҙәгенә күсеп килергә мәжбүр була.
Тажетдиновтарҙың иң оло улдары Динар бөгөнгө көндә Өфө фән һәм технологиялар университетының география факультетының 2-се курсында белем ала. Атайҙары кеүек бала саҡтан спорт менән шөғөлләнгән егет университетта ла был йүнәлеште ташламай. Динислам Ҡырмыҫҡалының 2-се һанлы мәктәбенең 10-сы класында уҡый. Ул да атаһы һәм ағаһынан ҡалышмай, спортты ярата, райондың волейбол командаһының әүҙем ағзаһы булып тора. 7-се класта уҡыусы Данис һәм 2-се класта белем алыусы Тамирлан бейеү түңәрәген үҙ итәләр. Дүрт йәшлек Мәликә әлегә балалар баҡсаһына йөрөй. Ул әсәһе кеүек йырларға, бейергә ярата, яҡын киләсәктә гимнастика менән шөғөлләнә башларға хыяллана.
Медицина колледжын тамамлағандан һуң Лилиә Фәнит ҡыҙы бер аҙ тәүге һөнәре буйынса теш технигы булып эшләп ала. Һуңыраҡ, балалар тәрбиәләгән арала, фармацевт һәм психолог һөнәрҙәрен үҙләштерергә лә өлгөрә. Биш бала әсәһе бөгөнгө көндә үҙе лә студент. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына уҡырға ингән.
- Ҡайҙа ғына эш һорап барһаң да, юғары белем талап ителә. Шуға күп уйлап тормайынса, күптәнге хыялымды тормошҡа ашырырға ҡарар иттем, - ти ул был хаҡта.
Ғәҙәттә, ишле ғаиләләргә беҙ һоҡланып ҡарайбыҙ. Ныҡ ауырҙыр, ҡыйындыр инде, тип йәлләберәк тә ҡуябыҙ ҡайһы саҡ. Шуға күрә, биш балалы атай-әсәй булырға нисек йөрьәт иттегеҙ, ҡурҡытманымы, тигән һорауымды ла бирмәйенсә булдыра алманым.
- Бер ҡурҡынысы ла булманы. Һәр бала үҙ бәхете, үҙ ризығы менән тыуа, тип бушҡа әйтмәйҙәр бит. Бишенсеһе мотлаҡ ҡыҙ буласаҡ, тип ышана инем. Шөкөр, дүрт улыбыҙ янына ҡыҙ ҙа алып ҡайттыҡ. Үҙебеҙ ҙә ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләндек һәм икебеҙ ҙә ҙур ғаилә тураһында хыялландыҡ, - тип яуап бирҙе бәхетле әсә.
- Дамир Вәсим улы ниндәйерәк тормош иптәше, балалар өсөн ниндәй атай? – тигән сираттағы һорауыма:
- Балаларыбыҙ өсөн атайҙары бар яҡлап үрнәк булып тора. Ул һәр ваҡыт шундай ауыр һәм ғүмере өсөн хәүефле һөнәрҙәр буйынса хеҙмәт итә. Тәүҙә янғын һүндереүсе булһа, һуңынан полицияла эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бөгөнгө көндә лә ул Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында ҡотҡарыусы хеҙмәтен башҡара. Балалар атайҙарын хөрмәт итәләр, эштән ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп алалар. Изге күңелле, сабыр холоҡло, хәстәрлекле, уңған атай һәм тормош иптәше ул беҙҙең өсөн, - тигән яуап ишеттем.
Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән тигәндәй, үҙ өлгөләрендә тырыш, эшһөйәр итеп тәрбиәләйҙәр балаларын Лилиә һәм Дамир Тажетдиновтар.
- Балаларға ышанырға һәм уларҙы үҙаллылыҡҡа өйрәтергә кәрәк. Иң мөһиме – балалар менән ата-әсә араһында ышаныс булһын. Тормош көткәндә төрлө ҡыйынлыҡтар осрау ихтималлығы булыуын, һәр проблеманы хәл итеү мөмкинлеге барлығын, һәр саҡ оптимистик рухлы булырға кәрәклеген гелән әйтеп торабыҙ, - тигән кәңәштәре менән дә уртаҡлашты күп балалы ҙур тәжрибәле әсә булараҡ Лилиә.
Лилиә Фәнит ҡыҙының тағы бер үҙенсәлеге хаҡында ла әйтеп үтмәйенсә булмай. Уның дауалау һәләте бар. Был йүнәлештә лә ул белем алырға өлгөргән һәм күберәк халыҡ медицинаһына таянып, балаларын үҙ ҡулдары менән дауаларға тырыша.
Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, балалар тәрбиәләүгә намыҫлы һәм яуаплы ҡараған, уларҙың һаулығы, белеме, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше тураһында тейешле хәстәрлек күргән, ғаилә институтын нығытыуға һәм балаларҙы тәрбиәләүгә тос өлөш индергән республикабыҙҙың күп балалы әсәләре “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә. Был лайыҡлы дәүләт наградаһына Лилиә Фәнит ҡыҙы ла былтыр лайыҡ булды.
Тажетдиновтарҙың биш балалары – биш шатлыҡтары киләсәктә ҙур-ҙур үрҙәр яулап, юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булырына һис шигебеҙ юҡ. Матур ғаиләнең барлыҡ яҡты хыялдары, изге теләктәре, киләсәккә пландары тормошҡа ашһын тигән теләктә ҡалабыҙ. Розалия НАЗАРОВА.