

Рәсәйҙә пенсия йәшенең күтәрелеүенә бәйле ҡартлыҡ буйынса пенсияға сығыу тәртибендә ҙур үҙгәрештәр булды. Был иһә күптәрҙә һаман аңлашылмаусанлыҡ уята. Кемдәр ҡасан пенсияға сығырға тейеш?
Ваҡытынан алда пенсияға сығыу мөмкинлеге бармы? Пенсияға сығыу өсөн күпме стаж булырға тейеш? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләй улар. Бөгөн был һорауҙарға асыҡлыҡ индереп китергә булдыҡ.
Пенсия йәше
2025 йылда йәш буйынса пенсияға сығыу мөмкинлеге юҡ. Ошондай уҡ күренеш 2023 йылда ла күҙәтелгәйне. Сәбәбе – бер нисә йыл элек башланған пенсия реформаһы.
2024 йылда 58 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар (1966 йылда тыуған) һәм 63 йәшкә аяҡ баҫҡан ир-егеттәр (1961 йылда тыуған) хаҡлы ялға сыҡҡайны. 1967 йылғы ҡатын-ҡыҙҙар (59 йәш тулғас) һәм 1962 йылда тыуға ир-егеттәр (64 йәш тулғас) 2026 йылда хаҡлы ялға сыға ала.
2025 йылда ваҡытынан алда пенсияға сығыу хоҡуғы булғандар ғына пенсия юллай ала.
Кемдәр ҡасан хаҡлы ялға китә ала?
Артабан иһә пенсия йәше түбәндәгесә билдәләнгән:
Ир-егеттәр
1960 йылдың тәүге яртыһында тыуғандар (30 июнгә тиклем) – 2021 йылдың икенсе яртыһында (61,5 йәштә);
1960 йылдың икенсе яртыһында тыуғандар (1 июлдән һуң) – 2022 йылдың тәүге яртыһында (61,5 йәштә);
1961 йылды тыуғандар – 2024 йылда (63 йәштә);
1962 йылда тыуғандар – 2026 йылда (64 йәштә);
1963 йылда тыуғандар – 2028 йылда (65 йәштә);
1964 йылда тыуғандар – 2029 йылда (65 йәштә);
1965 йылда тыуғандар – 2030 йылда (65 йәштә);
1966 йылда тыуғандар – 2031 йылда (65 йәштә);
1967 йылда тыуғандар – 2032 йылда (65 йәштә);
1968 йылда тыуғандар – 2033 йылда (65 йәштә);
1969 йылда тыуғандар – 2034 йылда (65 йәштә);
1970 йылда тыуғандар – 2035 йылда (65 йәштә)
Ҡатын ҡыҙҙар
1965 йылдың беренсе яртыһында тыуғандар (30 июнгә тиклем) – 2021 йылдың икенсе яртыһында (56,5 йәштә);
1965 йылдың икенсе ярты йылында тыуғандар (1 июлдән һуң) 2022 йылдың беренсе яртыһында (56,5 йәштә);
1966 йылда тыуғандар – 2024 йылда (58 йәштә);
1967 йылда тыуғандар – 2026 йылда (59 йәштә);
1968 йылда тыуғандар – 2028 йылда (60 йәштә);
1969 йылда тыуғандар – 2029 йылда (60 йәштә);
1979 йылда тыуғандар – 2030 йылда (60 йәштә).
Кемдәр ваҡытынан алда пенсияға китеү хоҡуғына эйә?
Юғары хеҙмәт стажына эйә булған граждандар өсөн дә пенсия тәғәйенләүҙә өҫтөнлөктәр ҡаралған. 37 йыл рәсми теркәлгән хеҙмәт стажы булған ҡатын-ҡыҙҙар һәм 42 йыл хеҙмәт стажына эйә булған ир-егеттәр билдәләнгән пенсия йәшенән ике йылға алдараҡ хаҡлы ялға сыға ала. Әммә ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-егеттәр 60 йәше тулғас ҡына ошондай хоҡуҡ менән файҙаланырға тейеш.
Бынан тыш, пенсия йәшенә яҡынлашҡан граждандар эшкә урынлаша алмаған осраҡта ла ваҡытынан алда пенсия тәғәйенләнеү ҡаралған. Был осраҡта ла улар билдәләнгән пенсия йәшененән ике йыл алда хаҡлы ялға китә ала.
Күп балалы әсәләргә лә пенсия ваҡытынан алда тәғәйенләнә. Белеүебеҙсә, биш бала тәрбиәләп үҫтергән әсәйҙәр 50 йәштән хаҡлы ялға китә. Шулай уҡ өс һәм дүрт бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр ҙә пенсияға ваҡытынан алдараҡ сыға ала. Өс балаһы булған әсә яңы билдәләнгән пенсия йәшенән өс йыл алда хаҡлы ялға китеү хоҡуғына эйә. Әгәр ҙә ҡатындың дүрт балаһы бар икән, тимәк уға дүрт йыл алдан пенсия тәғәйенләү мөмкинлеге ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта күп балалы әсәләрҙең, ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн, дөйөм алғанда 15 йыл хеҙмәт стажы булырға тейеш һәм уларҙың балаларын 8 йәшкә тиклем тәрбиәләүе мотлаҡ.
Инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәйҙәр ҙә ваҡтынан алда хаҡлы ялға сығырға хоҡуҡлы. 8 йәшкә тиклем инвалид-бала тәрбиәләүсе һәм 15 йыл хеҙмәт стажы булған әсә 50 йәштә хаҡлы ялға сыға ала. Шулай уҡ 8 йәшкә тиклем инвалид бала тәрбиәләгән атайҙар ҙа ваҡытынан алда, йәғни 55 йәштә пенсияға сыға ала. Уларҙың хеҙмәт стажы 20 йыл булырға тейеш.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: бер ғаиләнән тәүҙә әсәһе иртәрәк пенсияға сыҡһа, һуңынан атаһы ла ошо уҡ хоҡуҡ менән файҙалана ала. Тик бының өсөн әсә кешенең бындай пенсиянан баш тартыуы йәки башҡа төр пенсияға (мәҫәлән, ҡартлыҡ буйынса) күсеүе кәрәк.
Пенсияға сығыуҙың айырым тәртиптәре
Хәрбиҙәр, зарарлы хеҙмәт шарттарында эшләгән эшселәр, Алыҫ Себерҙә һәм шундай шарттарға тиңләштерелгән урында эшләүселәр өсөн пенсия тәғәйенләүҙең айырым тәртибе ҡаралған. Мәҫәлән хәрбиҙәр, Эске Эштәр министрлығы, Дәүләт янғына ҡаршы көрәш хеҙмәте енәйәт-башҡарыу системаһы органдары, Росгвардия хеҙмәткәрҙәре 20 йыл хеҙмәт иткәндән һуң хаҡлы ялға китә ала. Ер аҫты эштәрендә, эҫе цехтарҙа ауыр, зарарлы хеҙмәт шарттарында эшләгән ир-егеттәр – 50 йәштән, ҡатын-ҡыҙҙар 45 йәштән пенсияға сыға ала. Уларҙың хеҙмәт стажы ир-егеттәр өсөн 10 йылдан, гүзәл заттар өсөн 7 йыл да 6 айҙан да кәм булырға тейеш түгел.