Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
5 Сентябрь 2025, 05:51

Дуҫың бар, дошманың бар (Аҙағы)

Бер нисә көндән ошо ыңғайы председатель ауыл ирҙәрен сходҡа йыйҙы.- Ағай-эне, барығыҙ ҙа белеп тораһығыҙ, көтөүсе Мөхитдиндең донъяһы янып китеп, урамда тороп ҡалды, - тип, тамаҡ ҡырып һүҙ башланы ул.Был йыйылыш ни сәбәпле булғанын аңлап, Хәсән асыуланып ырғып торҙо. Белгән булһа, килмәҫ тә ине!- Үҙе ғәйепле! Буржуй һымаҡ өйөндә эсеп, түшәгендә тәмәке тартып ятмаҫҡа ине! - башы уйлап өлгөргәнсе, теле ҡысҡырып әйтеп тә ҡуйҙы Хәсәндең.- Улай тимә, Хәсән ҡусты…

Дуҫың бар, дошманың бар (Аҙағы)Дуҫың бар, дошманың бар (Аҙағы)
Дуҫың бар, дошманың бар (Аҙағы)

Дуҫың бар, дошманың бар
Хикәйә (Аҙағы)

Кеше хәлен кеше белмәй, тигәндәй… Эсә тип ни инде, эсмәгән кеше бармы һуң беҙҙең арала? Һүҙ ул турала түгел. Иптәшебеҙ бәләгә тарыған, ярҙам ҡулы һуҙырға кәрәк. Мин ҡәтғи бойороҡ бирә алмайым, кешесә һорайым ғына… Ағас юлларға үҙем ярҙам итермен, ә һеҙ, ағай-эне, өмә итеп, бураһын күтәрешеп бирегеҙ инде. Аңлайһығыҙҙыр бит, ундай эште яңғыҙ атҡарып булмай. Иң ауыр өлөшөндә булышып ебәрһәк, ҡалғанын үҙе лә ослап ҡуйыр. Ҡулы эш белә.
- Шулай, шулай… Кәнишне, - тип ҡеүәтләп алды ауылдаштары.

 

Юл буйы енләнеп, үҙен-үҙе ашап ҡайтты Хәсән. Туң йөрәкле эт аламаһы түгел дә һуң ул! Башҡа кеше тураһында һүҙ барһа, балтаһын тотоп, алдан йүгереп ултырыр ине бит. Ниңә ошо Мөхиткә килеп теркәлһә - ағыуын сәсеп ала ла китә? Һаман Айһылыу өсөн кенә ҡыуамы? Улай тиһәң… Бәпәйгә уҙа алмауын, донъя көтөргә бер ҙә әүәҫлек күрһәтмәүен белеп ҡалып, уға өйләнмәүенә ҡыуанып та ҡуйғайны бит. Ә сығып китеүен ишеткәс: "Шулай була ул, үҙеңә теймәҫтәй бисә алғас!" - тип бөтөнләй үсе ҡанғандай булғайны. Юҡ шул, һаман сәсрәй ҙә китә…

 

Аҙна тирәһе ваҡыт үтеүгә, хәкимиәт башлығы вәғәҙә иткәнсә, Мөхиттең таҙалап әҙерләп ҡуйған ихатаһына һап-һары өйлөк бүрәнәләр ауҙарылды. Ауылдың эштән буш ирҙәре ҡоралдарын тотоп, өмәгә ағылды яйлап.

 

Быҙау ҡараусы Зәкиә өйөнә ҡайтҡанда ире диванда улай әйләнеп, былай тулғанып гәзит ҡараштырған булып, борғаланып ята ине.
Инеп, күҙ һирпеп кенә ҡарап алды ла, олоғара кәстрүлен сығарып ит һалып, туҡмас йәйергә керешеп китте.
- Ныу бар инде, - тине ҡатыны ниһайәт, Хәсән өндәшмәй уфылдауын дауам иткәс.
- Ҡайҙа? - тигән булды ире, бик яҡшы аңлаһа ла.
- Ҡайын башына. Мөхитдиндең өмәһенә инде! Бөтә ирҙәр шунда ла һуң!
- Әлдә һин ҡайтып әйттең әле, атыу белмәй инем! - Хәсән асыуланып тороп уҡ китте. - Мөхиттә какуйым бар минең, теләһә нимә эшләһен.
Ҡаш аҫтынан ғына ҡарап, көлөмһөрәп ҡуйҙы Зәкиә. Эше юҡ, имеш…
- Улай булғас, нимәкәй ярға ырғытылған балыҡ кеүек сәбәләнәһең? Әллә үҙеңде шәхсән килеп саҡырыр, тип көтәһеңме? Уу, улай булһа, ятаң икән еләк бешкәнсе. Ғүмере килмәйәсәк ул баш эйеп!
Ҡыҙа барғанын тойоп, ҡатынына ауыр ҡараш ташланы ла:
- Ярар, ҡайғырма, кешеһе барҙыр әле, - тине Хәсән теш араһынан.
Йылдам ғына йәймәләрен йәйеп бөтөп, киптерергә һалып, үҙ эштәре менән булған Зәкиә, бер аҙ өндәшмәй ҡыштырланы.
- Кешеһе күп былай, эйе, - тине ул ахырҙа.-Йәш кенә егеттәр ҙә шунда. Эйй, улар эш рәтен беләме ней… Һин бит "йышылғанһың", аҫтан ҡысҡырып, кәңәшеңде биреп торһаң да тигәйнем…

 

Был һүҙҙәрҙе ишетеп, оторо ярһып китте Хәсән. Бына нимәгә килеп еттек икән! Бәләгә тарыған кешегә ярҙамға барырға бисәһе өгөтләй хәҙер!
Ниңә төҙөлөшкә аяғы тартмауын ныҡлап аңлата алмай шул. Төбөнә төшөп, барыһын да соҡой башлаһаң, Айһылыу тураһында ла һөйләргә кәрәк, ә уның Зәкиә күңеленә ҡыҙғаныу ҡортон төшөргөһө килмәй.
- Мин һиңә нимә, приказчикмы ней, кеше эшләгәгәндә ҡысҡырып торорға? - тип шатор-шотор йыйынып, эш ҡоралдарын алып сығып китте ул ахырҙа.

 

Иренең барыбер барасағына һис шикләнмәгән Зәкиә, көлөмһөрәп, өмәселәргә аш-һыу әҙерләүен дауам итте. Айһылыу тураһында ла белә ул. Килен булып төшкәс тә, "яҡшы кешеләр" шундуҡ еткерҙе. Шик-шөбһәләрен артыҡ үҫтермәй генә, ирен дә, Айһылыуҙы ла алыҫтан ғына күҙәтеп йәшәне тәүҙә. Бик матур ҡатын, исеме есеменә юш килгән, етмәһә йырсы. Беренсе мөхәббәтен онота алмай, йөрәк яраһын баҫыр өсөн генә өйләндеме икән ни Хәсән? Тик иренең элекке һөйгәненә бик иҫе китмәүен, ә үҙенә көндән көн нығыраҡ эҫенә барыуын тойоп, тамам тынысланды. Күңеле лә күтәрелеп, үҫеп китте. Шул хәтле сибәр, талантлы ҡатындан һипһендереп, ылыҡтыра алғас, тимәк, Зәкиәнең дә хаҡы өс тин түгел!

 

Хәсән барып еткәндә өмәнең иң ҡыҙған мәле ине. Шаҡ-шоҡ балта тауыштары, ирҙәрҙең һаһылдап көлгәндәре әллә ҡайҙан ишетелеп тора. Ен һымаҡ килгән Хәсәнде күреп, был икәүҙең мөнәсәбәттәрен яҡшы белгән ауылдаштары, нимәгә әҙерләнергә белмәй, аптырашып туҡтап ҡалды. Ҡайһы берәүҙәре, тағы һуғыша башлаһалар тип, яҡыныраҡ баҫты.
- Һине йәлләп килеп еткән тимә, эштән ҡурҡып өйҙә ята, тип әйтмәһендәр өсөн генә килдем! - тине Хәсән, Мөхиттең күҙенә тура ҡарап.
Шикләнеберәк торған өмә хужаһы:
- Һы… Рәхим ит. Аҙаҡ өй һалып бирҙем бит әле тип, әйләнгән һайын ҡолаҡ итемде кимермәһәң! - тип яуапланы.
- Иҫләтермен дә! Минһеҙ эш ыратағыҙмы ней һеҙ, бешмәгәндәр! - тип балтаһын тотоп, бура башына менеп тә китте Хәсән.
Йоҙроҡһоҙ ғына, тыныс "тешләшеп" айырылыуҙарын күргән ирҙәр, бер береһенә ҡарап, баш сайҡап, ҡайһылары күҙ ҡыҫышып көлөп, дәррәү эштәрен дауам итте.

 

Ыҡсым ғына өйөн ҡәҙимге йәшәрлек итеп һалып сыҡҡас, хужабикәһеҙ ҡотһоҙ икәнен тойоп, Мөхит яңынан ҡатын алыу тураһында ныҡлап уйлана башланы. Ауылда өйләнерлек ҡыҙ-ҡырҡын да юҡ, йәнә лә, бисә айырған иргә кем килһен… Уйланып йөрөй торғас, күрше ауылдарҙы байҡап сыҡты. Бибинур тигән йәш татар ҡатыны күҙенә салынғас, күңеленә ятҡандай ҙа булғас, оҙаҡ һайланмай, яңы йортона алып ҡайтты.
Ниһайәт, тамағы йылы ашҡа, күңеле наҙға туйып ҡалды Мөхиттең. Һүҙгә лә, аш-һыуға ла оҫта ҡатыны донъяһына йәм, йәшәүенә мәғәнә индерҙе. Бер йыл эсендә матурайып, ҡараштары асылып китте йәш ирҙең.
- Башҡорт байыһа - бисә ала, тей. Тағы өйләндеңме ни, байғош? - тип төрттөрөргә онотманы Хәсән.
- Атыу! Ҡатын-ҡыҙ ҡаратырлыҡ ҡына һәләтем бар минең! Һинең ише түгел инде. Юғары белемең булыу менәнме ни, төҫ-башың ташҡүлсәйем генә булғас!
"Буйтым ҡанатланған да баһа," - тип нисектер ҡыуанған һымаҡ булды Хәсән. Юғиһә, меҫкен хәлендә йөрөгән дошманын түпәләүҙән бер ҡәнәғәтлек алмай ине.

 

Олоғая бара, ике дошман һуғышыуҙан үтһә лә, уңайы сыҡҡан һайын бер-береһенең "йөнөн кирегә һыйпап" ҡына йәшәне. Сәбәбе лә табылып торҙо.
- Йә, кем? Әпәт ҡыҙмы? - тип һораған булды Хәсән, ҡырын ятып, күләгәлә икмәк, ҡорот, йәшелсәләр менән зәкүс яһап, өсөнсө ҡыҙының "тәпәйен йыуҙырған" Мөхит янында һыбай туҡтап.
- Булһа ни! Ҡыҙ бала кеше түгелме әллә? - "Бешмәгән" тип зитына тейеүе үҙәгенә үтһә лә, бирешмәҫкә тырышты бәхетле атай. - Бар, бар, юлыңда бул! Муйының балта һабындай булып, ғауылдап торма бында!
- Һии, бракодел! Былай булғас, ни тиклем һикерһәң дә ҡыуып етә алмаҫһың ағаңды, - тип, үҙенең йыл һайын тигәндәй тыпылдап тыуып торған малайҙарына ишара яһаны.
Мөхит ашыҡмай ғына йәшел һуған сәйнәп ятты ла:
- Һин бит алма кеүек ҡыҙҙарым булыуына көнләшәһең, туғанҡай, ә? - тип ауыҙ йырҙы. - Минең матурҙарым үҫеп етһен генә әле, үҙеңдең үк улдарыңды ғашиҡ итәсәк! Килерһегеҙ әле етәкләшеп, ҡыҙ һоратып. Ә мин шунда тьфү! мә! мына һиңә! тип тупһанан ғына бороп ҡайтарырмын! - ҡуҡыш итеп төйгән йоҙроғона төкөрөп, ирҙәргә ҡушылып һаһылданы ул.

 

Ваҡыт үтә торҙо, Хәсән менән Мөхит тә эшкә, балаларына әүрәп яйлап ҡартайҙы. Матур тормош көткән ике ирҙе ауылдаштары сикһеҙ ихтирам итте. Туйҙарға ла, аяттарға ла береһенә өндәшеп, икенсеһен саҡырмай ҡалдырманылар. Ике ирҙең, ә йылдар уҙыу менән инде бабайҙың бәхәсләшеүе, төрттөрөп һөйләшеүе үҙе бер мәрәкә ине халыҡҡа. Ауырып, йә башҡа сәбәп менән береһе килмәй ҡалһа - икенсеһе табындан йәм, толҡа тапмай, бойоғоңҡорап ултырып, иртәрәк ҡайтып китер ине.
"Тунын тиҫкәре кейгән Ишәй менән Ҡушай", - тигән ҡушаматтары ла булды ауылда.

 

Ә хәҙер шуларҙың береһе үлеп киткән, тигәнсе әле…

 

Хәсән ҡарттың хәле көндән көн насарайҙы. Күҙгә күренеп ябыҡты, ашамай, түшәктән тора алмай аҙапланды. Фельдшер килеп уколдар ҡаҙап та ҡараны, бик файҙаһы булманы. Бер-нисә сәғәткә генә яҡшыра ла, тағын иҫтәлектәр, йәшәгән йылдар араһына төшөп китеп юғала ине…
- Хәлдәр мөшкөл, әбекәйем… Балаларҙы саҡыра торһаң да була… - тине ул бер көндө хәлһеҙ генә.
Әллә ниҙәр әйтеп йыуатырға ынтылған ҡатыны, ҡартының төҫһөҙ күҙ бәбәктәренең яйлап ҡына йөрөүен күреп, эштең ысынлап та етди икәнен аңланы.

 

- Теге шпана Мөхитдинде әйтәм: "Үлә ҡалһам, бер йыл тормай килеп етерһең әле артымдан, минһеҙ йәшәй алмайһың бит һин!" - тигән булғайны. Дөрөҫ әйткән күрәһең… - тине Хәсән ҡарт ҡаушап, бәхетһеҙ төҫ менән янында ултырған өлкән улына ҡарап.
- Эй атай… Йән дуҫың булһа аңлар инем инде… - тигән булды уныһы.
Арыуыҡ өндәшмәй ятҡандан һуң, нисектер әйтерен әйтеп ҡалырға тырышҡандай, йөрәкһеп, тауышы ҡалтырап дауам итте ата кеше.
- Улым, улым… Беҙ бит ике яҡшы ат кеүек, ғүмер буйы ярышып йәшәнек. Ул өйләнде - мин дә кәләш алдым, мин балалар арттырҙым - ул да ҡалышманы… Эштә лә, тормошта ла кәм-хур булманыммы, артта ятып ҡалманыммы, тип бер-беребеҙгә әйләнеп ҡарай-ҡарай донъя көттөк. Шуларҙы уйлап, барлап яттым да… Тормошома сәм, тоҙ-борос өҫтәгән кеше булған икән Мөхитдин, тип ҡуйҙым. Бына ул киткәс, тотоп торған бер таяуым ишелеп төшкәндәй булды… Беләһең килһә - ундай "дошманың" булғанда дуҫың да ары торһон…

 

Шул ятыуҙан тора алманы Хәсән ҡарт. Аҙна тирәһе һаташып, хәлһеҙләнеп ятып, улдарын, ҡатынын ҡайғыға һалып, тын ғына китеп барҙы…
"Мөхитдин вафат булғас та эс тартҡайным инде, аҙағы хәйерлегә булһын тип… Юҡ шул, төртмә һүҙҙәрен тейәп, тәки китте артынын," - тип әрнеп иланы әбейе.
Әле яңыраҡ ҡына аталарын юғалтҡан Мөхитдиндең ҡыҙҙары ла тағы бер тетрәнеү кисерҙе. Ике ғаиләне уртаҡ ҡайғы яҡынайтып, туғанлаштырып ебәргәндәй булды әҙерәк. Ауылдың ике арҙаҡлы иренең балалары изге аяттарҙы үҙ аталарына ғына түгел, ғүмер оҙайы янында йәнәшә атлаған юлдашына ла бағышланы.

 

Дуҫың бар, дошманың бар. Кемеһенең һынау, ә кемеһенең таяу итеп бирелгәнен бары тик Аллаһы Тәғәлә генә белә...

Яҙгөл Байрамғолова

Автор:
Читайте нас