

Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Һуғыш балалары һөйләй” проекты башҡорт әҙәбиәте һәм журналистикаһында уникаль күренеш, тип баһаланды. Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы был китаптарҙы әҙерләгәндә бала саҡтары дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән быуын вәкилдәренең ғибрәтле хәтирәләрен яҙып ала-ала бөтә республиканы иңләп-буйлап сыҡҡан. Уның ҡарауы, тыл ветерандарының китаптар авторына рәхмәттәре һәм алҡышлауҙары сикһеҙ була. Һис һүҙһеҙ, был хеҙмәттең әһәмиәте бының менән генә сикләнмәй, йәш быуын өсөн тормош дәреслеге, тарих дәрестәренә өҫтәлмә материал – хрестоматия рәүешендә лә, кластан тыш саралар үткәреү өсөн дә файҙаланылыр, моғайын.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы донъя күргән “Беҙ – һуғыш балалары” тигән дүртенсе китабы алдағыларынан нимәһе менән айырылып тора һуң? Унда беҙ белгән билдәле шәхестәрҙең дә - йырсы Сәүиә Сираева, журналист Ләлә Биишева, Муллайән Сөйәрғолов һәм башҡаларҙың бала саҡ хәтирәләре бирелгән. Шулай уҡ беҙҙең ауылдаштарыбыҙ – оло йәштәге инәйҙәребеҙ Флүрә Зөлфәр ҡыҙы Шәнгәрәева менән Азалия Ғиндулла ҡыҙы Мөхәмәтйәрованың һуғыш осорондағы йәшәйештәре, көнитмештәре, ниндәй михнәт, ауырлыҡтар менән йәшәүҙәре хаҡындағы хәтирәләре ингән. Шуның өсөн дә был китаптың донъя күреүе беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм әһәмиәтле ваҡиға.
Шул көндәрҙә Иҫке Муса ауыл китапханаһында ошо китаптың авторы – Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәһит Хоҙайбирҙин, Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, билдәле шағирә һәм журналист Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотло¬гил-дина менән осрашыу уҙғарылды.
Сара йәмле һәм йәнле барҙы. Журналист апай һуғыш хәтирәләре тураһындағы ошо дүрт йыйынтыҡтың яҙылыу тарихы, уларҙы яҙыуға нимә сәбәпсе булыуы менән уртаҡлашты.
Шуны ла әйтергә кәрәк, Бөйөк Еңеүҙең 65, 70 һәм 75 йыллыҡтарына арнап сығарылған хеҙмәттәре өсөн Зөһрә Ҡотлогилдина Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ була. Бәлки эш премияла ла түгелдер, был йыйынтыҡтар, башҡорт яҙыусыһы Рәшит Солтангәрәев әйтмешләй, Зөһрә Ҡотлогилдинаның ижадын билдәләүсе оло ижад емеше.
Беҙ Зөһрә Сәлимйән ҡыҙын бәләкәй саҡтан моңло-хисле лирик шағирә тип беләбеҙ. Шиғырҙары көслө тойғоларға, тос фекергә нигеҙләнгән. Уның тиҫтәләгән шиғырына көйҙәр яҙылған. Бигерәк тә әҙиптең танылған композитор Салауат Низаметдинов менән ижади дуҫлығы емешле була: был ике талант эйәһенең йырҙары ысын мәғәнәһендә халыҡ һөйөүен яулай, күп популяр артистарҙың репертуарында ныҡ урын ала, радио һәм телевизорҙан йыш яңғырай. Уларҙың бергәләп ижад иткән “Ялан сәскәләре”, “Күҙҙәремә ҡара” һәм башҡа йырҙары йыр-моң һөйөүселәр араһында хитҡа әйләнгән. Әлбиттә, әлеге йырҙар беҙҙең сарала күңелдәрҙе йылытты, яҡты хәтирәләр уятты.
Шиғырға көй яҙылып, йыр тыуғас, шиғыр минеке түгел, халыҡтыҡы, – ти шағирә.
Шиғри һүҙ яратыусылар араһында ихтирам яулаған, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы, Иҫке Бәпес ауыл китапханаһы хеҙмәткәре Фирүзә Абдуллина Зөһрә Сәлимйән ҡыҙының “Шиғриәт” шиғырын уҡып ишеттереп, шиғриәт донъяһының асылын төшөндөрҙө.
Шағирә “Заман ауазы” патриотик әҫәрҙәр конкурсында 2-се урын алған поэма һәм шиғырҙар йыйынтығынан төрлө хәлдәргә ҡағылышлы “Блокада” поэмаһын уҡып, тыңлаусыларҙы тетрәндерҙе.
Осрашыуҙа Зөһрә Ҡотлогилдинаның һәр кемдең күңел хистәренә ауаздаш шиғырҙары уҡылды. Шағирә күстәнәсһеҙ килмәгән – ул үҙенең һуңғы арала баҫылып сыҡҡан китаптарын шиғыр һөйөүселәргә таратты.
Миләүшә Мөхәмәтйәрова.
Иҫке Муса ауыл китапханаһы китапханасыһы.