Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
28 Август 2025, 06:55

Яңы заманса стоматология кабинеты

Сентябрҙә Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә тулыһынса яңыртылған стоматология кабинеты асыла.

Был мәктәп медицинаһын модернизациялау буйынса ҙур дәүләт программаһы арҡаһында мөмкин булды.
Кабинетта капиталь ремонт үткәрелгән, заманса балалар стоматологияһының бөтә стандарттарына тап килгән яңы стоматология ҡорамалдары, функциональ мебель һәм стериль инструменттар менән йыһазландырылған.
Шуныһы һөйөнөслө, райондың барлыҡ белем биреү учреждениелары уҡыусылары ҡабул итеүгә яҙыла ала.
Фирүзә Рәхмәтуллина.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас