+24 °С
Ямғыр


22 августан алып ике аҙна дауамында көндәр аяҙ тора тип белдерһәләр ҙә, был дөрөҫ булмай сыҡты.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 25 августа, көндөң икенсе яртыһында һәм тәүлек аҙағына тиклем республикала урыны менән көслө яуым-төшөм, ҡойма ямғыр, боҙборсаҡ, йәшен, ел секундына 26 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.
Шуға ла бындай һауа шарттарына әҙер тороғоҙ, һаҡланыу сараһын күрегеҙ.