

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, Ҡырмыҫҡалы районында киләһе аҙна башында йылыта.
Яндекс. Һауа торошо сервисы прогноздарынан күренеүенсә, бөгөн, 16 августа, аяҙ була. Һауа температураһы көндөҙ +22, төндә +11 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 4-5 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 17 августа, аяҙлы-болотло һәм яуым-төшөмһөҙ булыуы күҙаллана. Һауа температураһы көндөҙ +22 градус булһа, төндә +11 градусҡаса түбәнйә. Ел башлыса төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Аҙна башында, 18 августа, болотло яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы көндөҙ +26, төндә +15 градус күрһәтә, тип прогнозлай синоптиктар.