Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
16 Август 2025, 17:17

“Ваҡыт дауаламай”... Ҡыҙҙары һаман юҡ...

11 йыл элек диңгеҙҙә юғалған ҡыҙҙарының кәүҙәһен һаман тапмағандар.    

Был хәл 11 йыл элек була. Дүртөйлөнән 20 йәшлек Лилиә Исламова тыуған көнөнә ике көн ҡалғас сит илдә эҙһеҙ юғала. Һәм бөгөнгә тиклем уның нисек үлгәне лә аныҡ билдәле түгел, кәүҙәһе лә табылмаған. Был хәл тураһында ентекләп “КП-Өфө” баҫмаһы һөйләне.

2014 йылда Лилиә ғүмерендә тәүге тапҡыр диңгеҙ күрергә була. Ул Абхазияға ял итергә китә һәм унан әйләнеп ҡайтмай. Рәсми фараз шундай, ул диңгеҙҙә гидроциклда йөрөгәндә бәхетһеҙ осраҡҡа тарый. Транспортҡа урындағы 26 йәшлек Адгур тигән егет идара итә. Ул ҡыҙ менән асыҡ диңгеҙҙә түңкәрелдек һәм ул батты ти. Йәнәһе, ул ҡотола, ә Лилиә бата.

Оҙаҡ ваҡыт ҡыҙҙың ата-әсәһе быға ышана алмай. Улар егет ҡыҙҙы үлтергән тип бара, сөнки Лилиә уның хистәренә яуап бирмәй.

Лилиә Дүртөйлө ҡалаһында һәйбәт һәм хәлле ғаиләлә үҫә. Ул саҡта уның атаһы ҡала мэры булып эшләй. Ҡыҙ үҙе Өфөлә иң яҡшы вузда уҡып йөрөгән була. Тыуған көнө алдынан ул диңгеҙгә юллама алып биреүҙе һорай. Тәүҙә ата-әсәһе ҡаршы була, ләкин ҡыҙ үҙенекен итә һәм иптәштәре менән бергә барырға вәғәҙә итә.

2014 йылдың 19 июлендә ҡыҙ Ҡара диңгеҙгә, Абхазиялағы Гаграға китә. Уның менән әхирәте, класташы һәм уның әсәһе була. Тәүге көндә үк ҡыҙҙар пляжда 26 йәшлек Адгур менән таныша, ул һыу мотоциклдарын прокатҡа биреүсе билып эшләй. Ул шунда уҡ йәш һәм сибәр Лилиәгә ғашиҡ була һәм иғтибар күрһәтә башлай. Тәү ҡарашҡа тыныс ҡына күренгән егет уға сәскәләр ебәрә, артынан ҡалмай йөрөй. Ҡыҙ уға иғтибар итмәй.

Ялдың һуңғы көнөндә ҡыҙҙар диңгеҙ менән хушлашыр өсөн пляжға бара. Көтмәгәндә Адгур килеп сыға һәм һуңы тапҡыр гидроциклда йөрөп килергә тәҡдим итә. Лилиә ризалаша. Әммә егет яр ситенә түгел, ә асыҡ диңгеҙгә инеп китә. Шунан һуң ҡыҙҙы бер кем дә иҫән килеш күргәне булмай. Әхирәте шунда уҡ насар нәмә тоя, башҡа егеттәре уларҙы эҙләргә ебәртә. Тик уларҙы таба алмайҙар. Ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс егет килеп сыға һәм уны ниндәйҙер катер табып алып ҡайтыуы тураһында хәбәр итә. Йәнәһе, улар түңкәрелә, гидроцикл һәм ҡыҙ һыу аҫтына китә, ә ул иҫән ҡала.

Лилиә менән бергә килгән кешеләрҙе шул уҡ кис гид көсләп тигәндәй ҡайтарып ебәрә, ә үҙе ҡыҙҙың юғалыуы тураһында ғаризаны иртәгәге көнгә генә бирә.

30 июлдә, ҡыҙҙарына 21 йәш тулған көндө уны эҙләп атаһы менән әсәһе килә. Улар полиция менән ҡотҡарыусыларҙы ҡыҙҙарын эҙләтәләр, тик һөҙөмтә булмай.

Адгурға килгәндә, тәүҙә уны үлтереү статьяһы буйынса ҡулға алалар, тик әҙерәк ваҡыт үткәс, бәхетһеҙ осраҡ тип үҙгәртәләр. Уға әҙ генә срок бирәләр, ҡыҙҙың ата-әсәһе бының менән бөтөнләй риза булмай.

Улар тәүге осор ҡыҙҙарының үлеменә бөтөнләй ышанмай. Хатта күрәҙәселәргә барып бөтәләр. Улары баштарын бутап ҡыҙҙары иҫән ти.

Әле 11 йыл үтһә лә, ата-әсә берҙән-бер ҡыҙҙарының үлемен кисерә алмай. Күршеләре әйтеүенсә, улар ныҡ ҡартайған, әсәһе кешеләр менән аралашырға теләмәй. Ваҡыт үтһә лә, улар журналистар менән аралашыуҙан баш тартҡан. Атаһы ни бары: “Һөйләшмәйек. Ваҡыт дауаламай”, – тип кенә әйткән.

Сығанаҡ:https://www.ufa.kp.ru/daily/27736.5/5125715/

 

 

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас