

Билдәле блогерҙың улына бөгөн 2 ай тулған.
- "Һеҙ – күп балалы атай", тигән һүҙҙәргә һаман ышанып бөтә алмайым.
Мин һаман да улым тыуғандағы хис-тойғоларҙы хәтерләйем: шатлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу ҙа. Яуаплылыҡтың тағы ла артыуы.
Ҡулдарымдың көсһөҙлөктән түгел, ә уларҙа бәләкәй генә шәхес ятыуынан, уның яҡлау һәм ҡурсалауға мохтажлығын аңлауҙан, ҡалтырап тороуын хәтерләйем.
Дөрөҫөн әйткәндә, ата – әсә булыу еңелдән түгел. Ҡайһы саҡ хатта көс ҡалмаған кеүек тойола, ә һуңынан сабыйың янына барып уны ҡарауҙан, бәләкәстең бармаҡтарыңды ҡыҫыуынан... Ошо мәлдәрҙә аңлайһың: бына ул бәхет һәм ҡайтанан йәшәргә көс табаһың, - тип хис-тойғолары менән бүлешә Рөстәм.