+24 °С
Ямғыр


Бөгөн, 13 августа, Ауырғазы районының Талбазы ауылы янында пассажирҙар менән китеп барған “ГАЗель” янып киткән. Янғынды Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һүндергән. Салонда бөтәһе алты кеше – биш пассажир һәм водитель булған, бәхеткә күрә, улар барыһы ла яна башлаған автомобилдән сығып өлгөргән.
Пассажирҙарға яңы автобус ебәргәндәр. Тейешле хеҙмәттәр янғындың сәбәптәрен асыҡлай.
Фото: https://vk.com/bashkortostanim видеоһынан скриншот