+21 °С
Болотло


50 йәшлек Собир Торғонбаев Өфөләге Шакша биҫтәһендәге колония-ултыраҡты үҙ белдеге менән ташлап китә. Унда енәйәтселәр иркен йәшәй, кәрәк булһа, ҡалаға сығып йөрөй ала. Был ир тейешле ваҡытҡа урынына ҡайтып етмәй. Июлдән уның ҡайҙалығы билдәһеҙ.
Уға 49 йәш, урта буйлы, сәсе еңелсә салланған, милләте буйынса - үзбәк, бер аҙ акцент менән һөйләшә. Күп тапҡыр уғрылыҡ өсөн хөкөм ителгән.
Ҡасҡан кешенең ҡайҙалығын белгәндәрҙең ошо телефондар аша мөрәжәғәт итеүҙәрен һорайҙар: 8 347 250 64 21, 8 917 35 37 733, 8 917 753 57 77.
Фото: БР буйынса УФСИН.