

Үҙеңә дошман йыяһың килмәһә, бурысҡа аҡса биреп торма, тиҙәр бит. Ысынлап та, шул дөрөҫ ахыры. Күптәнге танышым Нәзирәнең һөйләгәндәрен тыңлап быға йәнә инандым.
–Ирем үлгәс, никахта һатып алынған, ятаҡтың бүлмәһендә улым менән тороп ҡалдым. Уҡытыусы булып эшләп йөрөйөм. Нисек тә ошо бүлмәне һатып, аҡса өҫтәп бәләкәй генә булһа ла фатир алыу теләге көслө ине. Шулай итеп 200 мең һум тирәһен көс хәл менән йыйҙым. Ятаҡтағыһын һатһам, ошоно өҫтәһәм тип эстән генә үҙемсә хыялланып йөрөйөм. Көндәрҙең береһендә баш ҡалала йәшәүсе ауылдашым Рәсилә шылтыратты. Ҡайһы саҡта шулай хәлдәребеҙҙе белешеп, хәбәрләшеп алабыҙ.
–Нәзирәкәй, машина алырға ине, 150 мең аҡса етмәй. Хаҡтары ныҡ күтәрелде бит. Бер айға ғына аҡса биреп тор әле. Ун меңгә арттырып, 160 мең итеп ҡайтарырмын, – тип ныҡ һорағас, үтенесен кире ҡаҡманым. Етмәһә ул, минең аҡса йыйғанымды ла белә ине.
Арттырып ҡайтарам тигәс, миңә лә файҙа булыр тип уйланым. Бер ай үткәс, Рәсиләнән йәнә шылтыратыу яңғыраны.
–Нәзирәкәй, бурыс тураһында онотманым. Яңы машина булғас, башҡа сығымдар ҙа күп.Һиңә тигән аҡсаны йәнә тотоноп бөттөк. Киләһе айҙа бирербеҙ инде йәме. Шулай һөйләшкәнсә 10 меңгә арттырып, – тине.
Тағы ла бер айға түҙермен инде. Кешенең төрлө ваҡыты була , тип уйланым. Етмәһә, бөгөндән миңә ул аҡса кәрәкмәй ҙә ине.
Тағы ла бер ай үтеп китте. Рәсиләнән шылтыратыу көтә башланым. Ләкин өмөтөм аҡланманы. Уның телефон һандарын үҙем йыйҙым.
–Нәзирәү, үпкәләмә инде. Ауырып киттем бит. Бөйөрөмә операция эшләтергә тура килде. Ул аҡсаның күпме түгелеүен белһәң икән. Бөтә нәмә түләүле. Тағы әҙерәк түҙ инде, – тигән яуап ишеттем.
Башҡаса уның хәбәрен көтөп ала алманым. Үҙем шылтыратһам, телефонын һүндереп ҡуйғайны. Күңелгә шик инде. Ашамай-эсмәй бөртөкләп йыйған аҡсамдан ҡолаҡ ҡаҡһам, тип ныҡ ҡурҡтым. Шулай ҙа ауылдашым, белгән кеше булыуын уйлап, үҙемде йәнә тынысландырҙым.
Ләкин бер нисә көндән шылтыратыуым да яуапһыҙ ҡалды. Таныш, ышаныслы кеше тип расписка ла яҙҙырмағайным. Полицияға барып йөрөргә лә ҡыйынһындым. Шылтыратыр әле бәлки, тигән өмөт менән йөрөп тик яттым. Шулай итеп ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте. Эшләгән урынына барып та тап итә алманым. Рәсиләнең шулай алдап ҡасыуына шул тиклем ныҡ рәнйенем, кешеләргә ышанысым бөттө.
Ләкин кешене рәнйетеү былай ғына үтмәй икән ул. Көндәрҙең бер көндө ишегемдең ҡыңғырауы шылтыраны. Барып асһам, Рәсилә тора. Башына яулыҡ бөркәнгән, мосолман кейеме кейгән... Дин юлына баҫыуын аңланым.
Аптырауымдың сиге булманы. Ләкин Рәсиләгә ҡарата күңелем шул тиклем ныҡ ҡатҡайны. Хатта сәләмен дә алырға теләмәнем.
–Ғәйебем ҙур һинең алда, Нәзирә. Ғәфү ит алһаң, ғәфү ит мине. Кеше рәнйешенән ҡасып булмай икән. Аллаһ Тәғәлә был ҡылығым өсөн үҙе бик ҡаты яза бирҙе миңә, - тип бер туҡтамай һөйләне лә һөйләне. – Һиңә бурысымды тиҙ генә ҡайтарып бирермен тип уйлаһам да, әле бер, әле икенсе мәшәҡәт килеп сығып торҙо. Шайтан ҡоторттомо икән, аҡсаны кире ҡайтармаҫҡа тигән уйым нығынды. Ҡаты ауырыным, операция эшләттем тиеүем дә дөрөҫ түгел ине. Һиңә аҡсаңы бирмәҫ өсөн уйлап табылған бер сәбәп булды. Һуңынан телефонымды ла үҙгәртеп, бөтөнләй һинең менән бәйләнеште өҙөргә теләнем. Полиция аша таптырмаҫыңды ла белә инем. Ләкин һинән ҡасһам да, Аллаһ Тәғәләнең язаһынан ҡасып ҡотола алманым. Ике аҙна элек ирем яңы машина менән аварияға осрап һәләк булды. Зарарланған машинаны бик арзан ғына хаҡҡа һатып ебәрҙек. Шул аҡсанан бурысымды килерҙем. Әгәр һинең күҙ йәштәрең түгелмәгән булһа, моғайын былай килеп сыҡмаҫ та ине. Хәҙер ирем дә, машина ла юҡ. Кеше хаҡына кергән өсөн бик ҡиммәт түләргә тура килде, – тип бурысын һуҙҙы.
Ауыр ҡайғыларға тарығын ауылдашымды йәлләнем, ғәфү иттем. Дөрөҫ эшләнемме икән? Артыҡ йомшаҡлыҡ күрһәтмәнемме тигән уй тынғы бирмәй.
Автор фотоһы.