

Ҡырмыҫҡалынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Глеб Михайлов яуҙа ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм таҫыллыҡ күрһәткән. Командованиеның хатында тап ошо турала әйтелә лә инде.
Командир билдәләүенсә, быйыл майҙа гвардия рядовойы Глеб Михайловҡа һәм уның полкташына Донецк Халыҡ Республикаһы тораҡ пункттарының береһендә дошман позицияларын юҡ итеү бурысы йөкмәтелә. Урында яугирҙәр һан яғынан күберәк булған ВСУ һалдаттары һөжүменә дусар була. Михайлов тиҙ арала хәрби план уйлай һәм засада ҡора. Был алышта ул өс дошманды ҡыйрата. Заданиены үтәгән саҡта яраланған иптәшенә медицина ярҙамы күрһәтергә һәм эвакуация ойошторороға ла өлгөрә яугир яҡташыбыҙ. Михайлов үҙе иһә медицина ярҙамынан баш тарта һәм хәрби бурысын уңышлы үтәп сығыуға ирешә. Уның профессиональ һәм грамоталы эшмәкәрлеге шәхси состав буйынса юғалтыуҙар булдырмаҫҡа булышлыҡ итә.
27 йәшлек ҡаһарман райондашыбыҙ үткән йылдың сентябрь айында Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән һәм махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Яҡын киләсәктә яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтырға йыйына. Бында уны һөйөклө ҡатыны һәм кескәй улы көтә. Иҫән-һау һәм еңеү менән тиҙерәк тыуған яҡтарға ҡайтырға насип булһын! Һеҙҙең ҡаһарманлыҡ алдында баш эйәбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Лия ТИМЕРОВА