

Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Музейҙың күркәм залында районыбыҙҙың оҫта шахматсылары йыйылды.
Көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды, алтын миҙал менән кубокты Өфө ҡалаһынан Ирек Ҡолшәрипов яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Һарт-Шишмә ауылынан Ҡасим Ҡолшәрипов һәм Боҙаяҙ ауылынан Марс Мостаев бүлештеләр. Йыйылған ҡунаҡтарҙың һәр береһе иҫтәлекле бүләктәр алды.
Турнирҙа ҡатнашыусылар ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, хөрмәтле яҡташыбыҙ Шәриф Бикҡол исемендәге мәртәбәле шахмат турнирын артабан да юғары кимәлдә үткәрергә ышаныс белдерҙеләр, йәштәрҙе һәм балаларҙы ошо мауыҡтырғыс уйынға күберәк йәлеп итергә тәҡдим иттеләр.
Фәйрүзә Ҡотлобаева.
Шәриф Бикҡол исемендәге күргәҙмә залы етәксеһе.