Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Июль 2025, 04:36

Әсәлек даны миҙалы тапшырылды

Әсәлек даны миҙалы тапшырылдыСахай ауылынан биш бала әсәһе Айгөл Мөхәмәтшина район һабантуйында «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.

Әсәлек даны миҙалы тапшырылдыӘсәлек даны миҙалы тапшырылды
Әсәлек даны миҙалы тапшырылды

Мәртәбәле бүләкте алырға Айгөл һәм Айнур Мөхәмәтшиндар сәхнәгә балалары менән күтәрелде. Быға тиклем дә гәзит биттәрендә сәскәләй биш ҡыҙ үҫтереүсе татыу һәм өлгөлө ғаилә хаҡында яҙғаныбыҙ бар ине. Ул саҡта бала тыуҙырыу йортонан алып ҡына ҡайтҡан Санияға хәҙер инде дүрт йәш булып китһә, өлкән ҡыҙҙары Эвелина 10-сы класҡа, Гөлмирә – 8-се, Аиша – 6-сы, Наҙгөл 2-се класҡа бара. Кескәй Сания үҙе лә тиҙҙән апай булырға йыйына икән. Бындай яңылыҡты ишетеү беҙҙең өсөн дә бик ҡыуаныслы булды.
Ғаилә башлығы Айнур Сабит улы конвой идаралығында кесе инспектор, Айгөл Хәйрулла ҡыҙы Рәсәй Һаҡлыҡ банкында эшләгән. Был ғаиләне бик күп яҡты һәм изге йолалар берләштерә. Улар һәр береһенең тыуған көнөн иҫтәлекле итеп билдәләй, йорт хайуандарын тәрбиәләйҙәр, ялдарын күңелле һәм файҙалы үткәрергә яраталар.
Йәштәр хөкүмәттән торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программаһы буйынса 1 миллион 200 һумлыҡ сертификат та алғандар. Был аҡсаға өйҙәрен тағы ла ҙурайтып, уңайлы шарттар булдырғандар.
Айнур эшенән буш ваҡытында баҡсасылыҡ менән мауыға башлаған. Теплицаларында йәшелсәләр үҫтереү, емеш ағастары ултыртыу менән шөғөлләнә. Ауыл ерендә мал-тыуарҙы ла бөтөргәс, нимә менән булһа ла, шөғөллләнергә кәрәк бит, ти ул.
- Мин үҙем дә ишле ғаиләлә тәрбиәләндем, биш ҡыҙ һәм бер малай үҫтек. Атайым һәм әсәйем беҙҙең һәр беребеҙҙе яратып, матур тәрбиә биреп үҫтерҙе. Улар икеһе лә эштәренән бушап, беҙгә ваҡыт бүлергә тырыштылар. Бәлки, шуғалыр ҙа, һəр бала донъяға үҙ ризығы менəн тыуа, тигән әйтемдә тәрән мәғәнә ятҡанын яҡшы аңлайым.
Балаларыбыҙҙы үҙ-ара татыу итеп, киләсәктә бер-береһенə терəк-таяныс булһындар, тормошта үҙ урындарын тапһындар, тип тәрбиәләйбеҙ. Ҡыҙҙар һәр эштә ҙур ярҙамсылар, барлыҡ өй эштәрен белеп башҡаралар, яңы һөнәрҙәр өйрәнергә генә торалар. Минең өсөн иң беренсе урында сабыйҙарымдың иҫəн-һау һәм бəхетле булыуы мөһим, - тип уртаҡлашты Айгөл Мөхәмәтшина.
Балалы йорт – нурлы йорт, ти халыҡ. Ысынлап та, сабыйҙарҙың бəхетле, шат тауышына күмелгəн йорт бер ниндəй ҙə байлыҡҡа алмаштырғыһыҙ.
Ынйы Сәлихова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас