Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Июль 2025, 04:42

Мопед - уйынсыҡмы? Ә һеҙ балаларығыҙға нимә теләйһегеҙ?

Мопед - уйынсыҡмы? Ә һеҙ балаларығыҙға нимә теләйһегеҙ?Бер танышым: “Йәйҙәрен төндә урамдарҙа бигерәк тауыш. Йоҡларға ятыу менән мотоциклдар, машиналар үкереп уҙыша башлай. Тәҙрәне ябыр инең, өйҙә эҫе. Быларҙан ҡотолоу сараһы бармы икән?” – тип зарланды.Тауышы – тауыш, ә бит ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда скутер, мопедта йөрөгән балалар ҡатнашлығында юл фажиғәләре булып тора, үлем осраҡтары ла теркәлә. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә була.

Мопед - уйынсыҡмы? Ә һеҙ балаларығыҙға нимә теләйһегеҙ?Мопед - уйынсыҡмы? Ә һеҙ балаларығыҙға нимә теләйһегеҙ?
Мопед - уйынсыҡмы? Ә һеҙ балаларығыҙға нимә теләйһегеҙ?
Мәҫәлән, уҙған йыл Ҡырмыҫҡалы ауылынан бәлиғ булмаған бер үҫмер, водитель танытмаһыҙ килеш ҙур тиҙлектә мопедта китеп барғанда, уға идара итә алмайынса, юл-транспорт ваҡиғаһы яһай, һөҙөмтәлә велосипедта китеп барған бала зыян күрә.
Шулай уҡ былтыр Шәрипҡол ауылынан бәлиғ булмаған үҫмер оло юлға сығып, мопеды менән шәп тиҙлектә килгән машина аҫтында барып инде. Ярай, бәхеткә, үҫмер иҫән ҡалды. Табиптар үның ғүмере өсөн оҙаҡ көрәште һәм уға әле һаман да дауаланырға тура килә.
Быйылғы йылдың июль башында ғына төн уртаһында Илтерәк ауылынан 14 йәшлек үҫмер үҙе кеүек пассажиры менән оло юл ситенә осоп төшә. Әлеге ваҡытта улар икеһе лә республика балалар дауаханаһында ята.
Ошондай осраҡтарҙың һәр береһендә лә үҫмерҙәргә мопедта йөрөргә ата-әсәһе рөхсәт иткән. Балаларының "Мопед алайыҡ әле!" тигән үтенесен кире ҡаҡмауы һөҙөмтәһендә балалар төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алған, ә ата-әсәгә балаһына юлда йөрөргә юл ҡуйғаны өсөн “эләккән”.

ДАИ инспекторҙары үҫмерҙәр менән был юҫыҡта даими эш алып бара. Трассаларҙа, юлдарҙа йөрөгән пит-байктарҙы, мопедтарҙы туҡтатып, штраф туҡталҡаһына алып китә. Үҫмерҙәрҙең ата-әсәһен полицияға саҡыралар, балаларына дөрөҫ тәрбиә бирмәгән өсөн уларға ла штраф һалына. Ағымдағы йыл башынан район хакимиәте ҡаршыһындағы бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияла 12.7 статьяһы буйынса 4 протокол, 5.35 статьяһы буйынса 19 протокол тикшерелгән. Яҙғы осор башынан районда машина йөрөтөү таныҡлығынан башҡа (РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.7 статьяһы 1-се бүлеге) транспорт менән идара иткән өсөн 11 бала административ яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм уларҙың ата-әсәләренә 5 меңдән 15 мең һумға тиклем штраф һалынған.
- Әлеге ваҡытта районда “Не рули, малай!” тип аталған мәғлүмәти-пропагандалау кампанияһы бара. Уның сиктәрендә йәш хоҡуҡ боҙоусылар менән эш алып барабыҙ.
Тотолған барлыҡ транспорт саралары – мопед, мотоцикл, скутер, квадроциклдар – Өфө ҡалаһындағы махсус автотуҡталҡаға урынлаштырыла, эвакуатор хаҡын да бәлиғ булмағандарҙың законлы вәкилдәре түләй. Транспортты махсус урында тотоу хаҡы беренсе тәүлектән хисаплана башлай, ул сәғәтенә 25 һум тәшкил итә.
Әлбиттә, мопед йәки скутер руле артына ултырыусы үҫмерҙәр үҙенең хәүефһеҙлеге хаҡында ла, эргә-тирәләгеләр өсөн фажиғәле барып бөтөү ихтималлығы тураһында ла уйланмай. Иң аяныслыһы, был хаҡта балаларының йәшен, транспортҡа идара итеү күнекмәһе булмауын, водитель таныҡлығы булырға тейешлеген, мопедта йөрөгәндә башҡа шлем кейергә икәнде лә ата-әсә күҙ уңынан ысҡындыра.
Ата-әсәләр балаларына скутер һәм мопедтар һатып алып биреүҙән алда бының кире яғын да уйлаһындар ине. Бындай транспорт сараһына идара итеүсенең “М” категорияһына водитель таныҡлығы булыу шарт, шулай уҡ йәше лә 16 йәштән түбән булырға тейеш түгел. Тикшереү барышында үҫмерҙең быларҙың береһе лә булмай сыға һәм был осраҡта уның ата-әсәһен штрафҡа тарттырырға тура килә, - ти ЮХХДИ начальнигы Марсель Халиҡов.
Балағыҙға скутер, мопед һатып алып, һеҙ уның һаулығын, хатта ғүмерен хәүефкә дусар итәһегеҙ. Сөнки үҫмерҙәрҙең физик һәм танып-белеү эшмәкәрлеге саҡ формалашып килә, шуға ла улар ҡатмарлы юл торошон ныҡлап аңламай, унда нисек эш итергә белмәй, китеп барыусы транспортҡа тиклемге араны, уның тиҙлеген дөрөҫ самаламай, ваҡытында манёвр яһарғамы, әллә юл бирергәме икәнен аңлап етмәй. Был йәштә үҫмерҙәрҙә “йәшлек максимализмы” ла үҙен һиҙҙерә – үҫмер үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡарарға ынтыла, уға тиҫтерҙәре алдында шәп күренеү ҙә бик мөһим. Шундай ынтылыш транспортты хәүефле йөрөтөүҙә, тиҙлекте хәүефһеҙ сиктән арттырыуҙа сағыла, етмәһә, былар барыһы ла йөрөтөү тәжрибәһе булмаған, хәл-ваҡиғаны баһалай белмәгән килеш бара.
Мопед йә скутер 
руле артына ултырасаҡ балағыҙға (әлбиттә, водитель таныҡлығы булған осраҡта), юл хәрәкәте шарттарында бындай транспортҡа идара итеүсенең иң бирешеүсән категория икәнен, етди имгәнеү алыу, йә үлеү хәүефе юғары булыуын, шуға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ентекле өйрәнергә һәм тайпылышһыҙ үтәргә кәрәклеген, тиҙлек режимын боҙорға ярамағанын, манёвр яһауың хаҡында алдан сигнал бирергә һәм, әлбиттә, мотошлем кейергә кәрәклеген аңлатығыҙ.
Гөлсәсәк Аласова.

Альбина, Ҡырмыҫҡалы ауылы: - Улыма 14 йәше тулғас, атаһы мопед һатып алып бирҙе. Йәше тулмайынса һәм таныҡлыҡһыҙ юлда йөрөргә ярамағанлығын аңлатҡан булһаҡ та, яҙ сығыу менән ул беҙҙән һорамайынса мопедты алып, оло юлға сыҡҡан һәм ДАИ хеҙмәткәрҙәре уны күреп ҡалып туҡтатҡан.
Улар тиҙ арала мине саҡыртып, хәлде аңлатып бирҙеләр, протокол төҙөлдө. Өфөнән эвакуатор килеп, мопедты алып китте. Эвакуатор һәм мопед штраф туҡталҡаһында торған өсөн байтаҡ ҡына аҡса сығарырға тура килде.
Район хакимиәтендә уҙғарылған бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия эшендә улымды һәм мине саҡыртып, комиссия ағзалары иҫкәртеү яһаны. Әлбиттә, был хәлдән һуң мопедты һатып ебәрҙек. Башҡалар ҙа балаларына мопед алып биреүҙән алда, уның эҙемтәләре хаҡында уйланһын ине.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас