Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
24 Июль 2025, 04:51

Атаһы ла, үҙе лә диңгеҙсе

Июль айының һуңғы йәкшәмбеһендә диңгеҙселәр йыл да үҙ байрамдарын билдәләй. Быйыл Ҡырмыҫҡалы диңгеҙселәре Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн бигерәк тә ҙур тулҡынланыу менән көтә. Сөнки, район үҙәгендәге Еңеү паркында Ил сиге һаҡсыларына, Һауа-десант ғәскәрҙәренә ҡуйылған обелисктар эргәһенә хәрби-диңгеҙ флоты диңгеҙселәренә лә стела урынлаштырыласаҡ.Һәүәләй ауылынан диңгеҙсе Ильяс Садиҡовты ла нәҡ шул мәшәҡәттәр менән булышып йөрөгән сағында тап иттек.

Атаһы ла, үҙе лә диңгеҙсеАтаһы ла, үҙе лә диңгеҙсе
Атаһы ла, үҙе лә диңгеҙсе
- Быға тиклем диңгеҙселәргә һәйкәлдәр Олокүл, Прибельский, Ефремкин ауылдарында асылды. Барлыҡ диңгеҙселәр кәңәшләштек тә, район үҙәгендә лә обелиск булырға тейеш тигән ҡарарға килдек, һәм уҙған йыл көҙҙән нигеҙен эшләп тә ҡуйҙыҡ.
Әлеге ваҡытта егеттәр Ҡырмыҫҡалы ауылынан Артур Ҡаһарманов, Ҡарлыман ауылынан Динар Мәхмүтов, Илгиз Сафин, һәүәләй ауылынан Илгиз Исламғолов, Ҡырмыҫҡалы ауылынан Илдар Меркулов, Фидан Рафиҡов һәм Рәмил Аҫылғужиндар кемдер плиткалар түшәү, кемдер иретеп йәбештереү, кемдер кирбес һалыу менән мәшғүл.
Аллаһы бирһә, проект буйынса бик матур һәйкәл килеп сығырға тейеш, - тип башланы һүҙен Илдус Ильяс улы.
Илдус Садиҡов Һәүәләй ауылында Зилә һәм Ильяс Садиҡовтарҙың уңған һәм абруйлы ғаиләһендә донъяға килгән. Мәктәптә үк тырышып уҡыған егет имтихандарын Курск өлкәһендәге Рыльский авиация-техник колледжына тапшыра һәм уҡырға ҡабул ителә. Студент йылдарында ла әүҙем егет редколлегияла рәссам-биҙәүсе була, музыкаль ансамблдә ҡатнаша.
18 йәше тулғас ул Курск ҡалаһынан хәрби хеҙмәткә СССР-ҙың хәрби-диңгеҙ флотына моряк булып саҡырыла. Башҡортостандан булған старшина яҡташтарын саҡырып алып, Өфөгә кемдәр яҡын йәшәй ата-әсәйҙәрегеҙгә телеграмма һуғығыҙ, оҙатырға килһендәр, ти.
- Харьков-Владивосток поезы Өфө тимер юлы станцияһына туҡтау менән, барыбыҙ ҙа ашҡынып оҙатырға килеүселәр менән күрешергә төштөк. Ҡараһам, минең яҡҡа ҡулдарына ҙур сумкалар тотҡан Илдар ағайым, атайым, уларҙың арттарынан әсәйем йүгереп килә. Улар менән быға тиклем ярты йыл күрешмәгәнгә күрә, был бик тулҡынландырғыс минуттар булды. Улар мине иҫән-имен хеҙмәт итеп ҡайт, тип оҙатып ҡалдылар.
Поезда туғыҙ көн буйына барҙыҡ. Учебканы Севастополь ҡалаһында үттем. Шунда тәүге тапҡыр Ҡара диңгеҙҙе күрҙем. Икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы ғына күреп өйрәнгәнгәме, осо-ҡырайы булмаған зәп-зәңгәр диңгеҙҙе күреү күңелдә әйтеп бирә алмаҫлыҡ тойғолар ҡалдырҙы.
Учебканан һуң Ҡыҙыл байраҡлы Тымыҡ океан флотында “Адмирал Фокин” ракета крейсерында хеҙмәт иттем. Бөтә союздаш республикаларҙан йыйылған ниндәй генә милләт егеттәре менән бергә хеҙмәт итергә тура килмәне - әрмән, грузин, чечен, үзбәк, тажиҡ, ҡарағалпаҡ, молдаван, украин, белорус... Башҡортостандан да яҡташтарым бик күп ине, улар менән бер туғандай булып бөттөк, - тип хәтирәләргә бирелде Илдус Ильяс улы.
Иҫегеҙҙә ҡалған берәй хәл тураһында ла һөйләүҙе үтенгәс, ул түбәндәге осраҡ хаҡында бәйән итте.
- Тымык океанда крейсерҙа үтеп барғанда, ҡаршыбыҙға Американың десант корабле осраны. Беҙ уларҙы күреп, люктарҙы асып, ракеталарҙы, ҡоролмаларҙы күрһәттек. Улар палубала тәмәке тартып торған ерҙәренән ҡурҡып инеп киттеләр.
Тағы ла һауала НАТО-ның “Ореон” разведчик самолеттары осоп йөрөгәне иҫтә ҡалған, - тип хәтергә алды диңгеҙсе.
Ике йыл ярым хеҙмәт иткәндән һуң хәрби һәм сәйәси яҡтан әҙерлекле 1 класслы белгескә ялға ҡайтҡанда Одессанан ете кешене Петропаловский Камчаткаға алып барыу эшен ышанып тапшыралар.
Хеҙмәт иткән ерендә тороп ҡалыу мөмкинлеге булыуға ҡарамаҫтан, Илдус Садиҡов демобилизацияланыуҙы һайлай. 1990-сы үҙгәртеп ҡороу йылдары, кораблебеҙ ҙә иҫкергән ине, тыуған яҡтар ҙа һағындырҙы, ти ул был хаҡта.
Әйткәндәй, Илдустың атаһы Ильяс Яҡуп улы Садиҡов та дүрт йыл Сахалинда Тымыҡ океанда диңгеҙсе булып хеҙмәт иткән. Ә олатаһы Яҡуп Исламорат улы өс һуғыш: фин, Граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Ул легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлын үткән, уның хаҡында очерктар яҙылған, документаль фильмдар төшөрөлгән. 1943 йылдың 19 ноябрендә Защетье станцияһы янында барған алышта Яҡуп Садиҡов бер төркөм иптәштәре менән оборонаның һул флангыһында булып, ике сәғәт дауамында немец автоматсыларының
ҡыҫымына ҡаршы тора. Ошо алыш барышында үҙенең автоматы менән ун ике дошман һалдатын юҡ итә. Был батырлығы өсөн Яҡуп Исламорат улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
- Диңгеҙсе булып хеҙмәт итеү һәр егеттең хыялалыр ул. Мин дә диңгеҙсе булыуым, атайым һәм олатайымдарҙың намыҫына тап төшөрмәүем менән сикһеҙ ғорурланам. Әле булһа бергә хеҙмәт иткән төрлө республикалағы дуҫтарым менән тығыҙ аралашабыҙ, - ти Илдус Ильяс улы.
Өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Ильяс Садиҡов механик-водителгә уҡып сыға һәм төрлө урындарҙа эшләй.
Әлеге көндә Мегала “Семья” сауҙа йортонда эшләп йөрөүенә ҡарамаҫтан, әүҙем тормош рәүеше алып бара. Спортты ла үҙ итә: гер спорты, еңел атлетика, волейбол менән шөғөлләнә, ҡышын саңғыла йөрөй. Улы Артур ҙа спорт мастеры кандидаты.
60-тан ашыу кеше булған ватсаптағы төркөмдә район үҙәгендә диңгеҙселәргә һәйкәл ҡуйыу хаҡында һүҙ сыҡҡас та, тынғыһыҙ диңгеҙсе Татарстандан якорь барып алып ҡайтыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Проектты ла йәш сағындағы ижади һәләтен иҫкә төшөрөп, үҙе төҙөй. Бик матур һәйкәл килеп сығасаҡ, районда йәшәүсе барлыҡ диңгеҙселәр балалары, ейәндәре менән уның эргәһенә килеп, армияла хеҙмәт иткән саҡтарын ғорурланып иҫкә алырҙар, ти ул ҡыуанысын йәшермәй.
27 июлдә күҙҙәрҙе ҡыҙҙырырлыҡ ҡупшы формаларын кейгән диңгеҙселәр обелиск эргәһенә йыйылып, иҫтәлекле даталарын билдәләр. Уларҙы яҡынлашып килгән байрамдары айҡанлы ихлас ҡотлайбыҙ, һәр саҡ шулай берҙәм, татыу, бер төптән булыуҙарын теләйбеҙ.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас