

Властар аңлатыуынса: шулай итеп республика террористик хәүефтән һаҡлана. Дрондар мобиль селтәр аша идара ителә, тимәк, элемтә сикләүҙәре ғүмерҙәрҙе ҡотҡара ала.
"Кешеләрҙең ғүмере һәм именлеге һәр төрлө уңайһыҙлыҡтарҙан мөһимерәк", — тип белдерҙе Именлек советы секретары Валерий Олейник.
Әгәр элемтә юғалһа, нимә эшләргә?
Шылтыратыуҙар һәм сымлы интернет эшләй
Үҙегеҙ менән бер аҙ аҡса алығыҙ
Яҡындарығыҙ менән нисек бәйләнеш тотоу тураһында һөйләшеп килешегеҙ
Сауҙа үҙәктәрендә, кафеларҙа, китапханаларҙа Wi-Fi эҙләгеҙ
Оффлайн-карталарҙы күсереп алығыҙ
Такси хеҙмәттәре телефондарын һаҡлағыҙ
Китаптарҙы, музыканы, сериалдарҙы алдан уҡ күсереп алығыҙ
Өфөлә парковка өсөн sms буйынса түләргә мөмкин
Ашығыс осраҡтарҙа — 112 телефонына шылтыратығыҙ(sim-картаһыҙ эшләй)
Ҡурҡмағыҙ. Барыһы ла контролдә.
Зиннур Боҫҡонов фотоһы.