Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
18 Июль 2025, 09:54

Наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышы

Беҙ наркомания тигән яман сиргә ҡаршы берҙәм көрәш алып барырға тейешбеҙ. Юғиһә, йәш быуындың, балаларыбыҙҙың яҡты һәм бәхетле киләсәгенә хәүеф янаясаҡ. Район хакимиәтендә уҙғарылған наркотиктарға ҡаршы комиссияның һуңғы ултырышында һүҙ шул хаҡта барҙы.

Наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышыНаркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышы
Наркотиктарға ҡаршы комиссия ултырышы

Комиссия секретары Виктория Истратова үҙенең сығышында наркотиктарға ҡаршы комиссияның 2025 йылдың беренсе кварталындағы ҡарарҙарҙы үтәү һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡырмыҫҡалы районы буйынса бүлек начальнигы А. Айдиев “Мәк” оператив-профилактик операция барышы һәм уларҙы үткәреү һөҙөмтәлелеген арттырыу саралары тураһында һөйләне.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, районда синтетик наркотиктар, спайстар ҡулланыусылар бар, уларға ҡарата протоколдар төҙөлә, штрафтар һалына. Полиция хеҙмәткәрҙәре әленән-әле район биләмәһендә йәшәүсе ҡайһы берәүҙәрҙең шәхси ихаталарында мәк үҫтереп, уларҙы ҡулланыуҙарын, законһыҙ сәсеүлектәрҙе асыҡлауҙы дауам итә, тине ул.
Ул шулай уҡ йыл дауамында районда наркоманияға бәйле хәлдәр һәм наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы башҡарылған саралар хаҡында таныштырҙы.
Район үҙәк дауаханаһының психиатр-наркологы Илһөйәр Матякупова уҙған йылдар менән сағыштырғанда нароктиктар ҡулланыусыларҙың һаны кәмеүен билдәләне. Был, әлбиттә, ыңғай күренеш, ләкин беҙ мәғариф учреждениеларында өлкән синыф уҡыусылары араһында наркотик һәм психотроп матдәләрҙе законһыҙ ҡулланыуҙы иртәрәк асыҡлау маҡсатында үткәрелгән ирекле медицина тестарын үткәреүҙе даими дауам итергә тейешбеҙ. Бәхеткә күрә, беҙҙең районда үҫмерҙәр араһында наркомания буйынса иҫәптә тороусы юҡ. Ләкин, үҫмерҙәрҙең электрон тәмәке, мода телендә вейптар ҡулланыуы таралғандан-тарала бара. Үкенескә ҡаршы, был күренеш беҙҙең районды ла урап үтмәне. Үҙҙәрен вейперҙар тип йөрөткән үҫмерҙәр араһында малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа бар. Электрон һәм ғәҙәти тәмәкенең составында йәш организмға насар йоғонто яһаусы матдәләр бар, тине ул.
Шулай уҡ комиссия эшендә Илтерәк ауылы ғибәҙәтханаһы протриерейы Евгений һәм Ҡырмыҫҡалы районының имам-мөхтәсибе Ирек хәҙрәт Әбүталипов дин әһелдәренең наркоманияны иҫкәртеүгә йоғонтоһо хаҡында һөйләне.
Иман йорттарына, сиркәүҙәргә ярҙам һорап килеүселәрҙе дин әһелдәре һәр ваҡыт ихлас ҡабул итә, уларҙы тыңлай һәм тура юлға баҫтырға өндәй. Ғөмүмән, улар төрлө дини сараларҙа, байрамдарҙа вәғәздәр һөйләй, әхлаҡ тураһында миҫалдар килтерә. Бигерәк тә, махсус хәрби операция барған ауыр ваҡытта дин әһелдәренең яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре менән ҙур эш алып барыуы оло хөрмәткә лайыҡ.
Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге начальнигы Руслан Хәйертдинов наркоманияны иҫкәртеүгә йүнәлтелгән саралар һәм сәләмәт тормошто пропагандалау хаҡында һөйләне.
– Йыл һайын районда балалар, йәштәр һәм оло йәштәгеләр өсөн 200-ҙән ашыу спорт сараһы үткәрелә. Ҡырмыҫҡалы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе базаһында ГТО мумниципаль үҙәге эшләй. Унда бөгөнгө көндә райондың 16 мең халҡы теркәлгән һәм ГТО нормаларын тапшырҙы.
Бигерәк тә бәлиғ булмағандар эштәре буйынса иҫәптә торған имен булмаған ғаиләләрҙән, “хәүеф төркөмө”нә ҡараған балаларҙы күҙәтеү аҫтында тотоп, спортҡа йәлеп итергә тырышабыҙ, - тине Руслан Илдус улы.
Сығыш яһаусыларҙы тыңлап бөткәс, ултырыш йомғаҡтары буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше менән бәйле хәбәрҙәр ҡабул итеү һәм наркотиктарға бәйлелеге булған граждандарҙың реабилитацияһы буйынса «Ышаныс телефондары»ның эштәрен дауам итергә. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау, иҫкәртеү һәм туҡтатыу маҡсатында бәлиғ булмағандар һәм йәштәр күпләп йыйылған урындарҙы даими контролдә тоторға. Йәштәр бүлеге, тәртип һаҡлау органдары, белем учреждениелары һәм ауыл биләмәләре башлыҡтары менән берлектә “Мәк” операцияһы, “Үлем ҡайҙа һатҡандарын хәбәр ит” акцияларын үткәрергә, наркологик сирлеләрҙе асыҡлау һәм дауалау буйынса эште дауам итергә.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас