Шуға ла шау-шыулы ҡала тормошон ташлап, тыуған төйәктәренә ҡайтып төпләнеүселәрҙең йылдан-йыл күбәйеүенә аптырарға түгел. Ауыл урамдарында береһенән-береһе матурыраҡ йорттар ҡалҡып сығыуын, халҡыбыҙҙың матур, етеш тормошҡа ынтылышын күреп күңел шатлана.
Шундай тырыш, уңған ғаиләләрҙең береһе Мәрйәм һәм Дамир Ситдиҡовтарҙың татыу, ҡотло ғаиләһе ауылға йәм өҫтәй. Әйткәндәй, улар “Иң матур йорт” район конкурсында ҡатнашып, лайыҡлы 3-сө урын алыуға ирештеләр. Матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашырлыҡ та шул был йорт. Урамды төрлө төҫтәге матур сәскәләр биҙәй, баҡсалағы түтәлдәр тигеҙ бер рәткә теҙелгән, бер сүп үләнен дә күрмәҫһең. Ә инде үҙ ҡулдары менән булдырған теплицалағы йәшелсә-емештәре өлгөргән дә инде. Ихаталағы күркәм ҡаралтылар, емеш биреп ултырған алмағастар, ҡурай еләктәре, ҡарағаттар хужаларҙың уңған булыуҙары тураһында үҙҙәре үк әйтеп тора.
Дамир ағай Ғафури район Үзбәк ауылында Сәрүәрә һәм Дәмин Ситдиҡовтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Күпмелер ваҡыттан һуң ғаилә Түбәнге Төкөн станцияһына күсенеп килә. Дамирҙың бала сағы күбеһенсә Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүсе Һәҙиә өләсәләрендә үтә. 8-се класҡа тиклем Ҡамышлы мәктәбендә уҡығандан һуң ул урта мәктәпте Түбәнге Төкөн мәктәбендә тамамлай. Хәрби хеҙмәткә алынғансы, Дамир ДОСААФ автомәктәбендә шоферлыҡҡа уҡырға өлгөрә.
Әйткәндәй, Дамир Дәмин улы армия хеҙмәтен «ҡыҙыу нөктә»лә - Афғанстанда хәрби водитель булып үтәй. Әле балалыҡтан да сығып бөтмәгән 18 йәшлек егет иңенә етди бурыс төшә. Һуғышта туҡтауһыҙ хәүеф һағалап торһа ла, үҙенең һәм ата-әсәһенең бәхетенә күрә тыуған ерендә ризығы бөтмәгән була егеттең. Ике йыл ярым тирәһе Афғанстанда хеҙмәт иткәндән һуң, ниһайәт, тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Был ваҡытта инде Стәрлетамаҡта сауҙа училищеһын тамамлаған класташы Мәрйәм Красноусол ҡасабаһында һатыусы булып эшләп йөрөй. Бер-береһен оҡшатҡан йәштәр гөрләтеп туй үткәреп, бергә йәшәй башлайҙар.
Дамир Башҡорт ауыл хужалығы институтының урман хужалығы факультетында инженер белгеслеген алып сыға. Йәш белгесте распределение буйынса Стәрлетамаҡҡа ебәрәләр. Афған яугиры булараҡ, тәүҙә бер бүлмәле фатир бирәләр, улдары тыуғандан һуң ике бүлмәле фатирға күсәләр.
Был йылдарҙа Мәрйәм Вилдан ҡыҙы Стәрлетамаҡ химия заводында, Дамир Дәмин улы Стәрлетамаҡ «Юл-йәшелләндереү эштәре ремонт-төҙөлөш идаралығы»нда мастер вазифаһында эшләй. Ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр институтының иҡтисад факультетын тамамлай.
Шулай тырышып эшләп йөрөгәндә, Дамир Дәмин улын Өфөгә төҙәтеү-төҙөлөш идаралығына етәксе итеп саҡыралар. Мәрйәм Вилдан ҡыҙы шул уҡ идаралыҡҡа контролер булып урынлаша.
Артабан ул «СибПромСтрой» йәмғиәтендә төҙөлөш контроле бүлеге начальнигы вазифаһын башҡара. Уның иңендә ремонт, төҙөлөш эштәре һәм йылылыҡ магистрале участкалары һәм квартал селтәрҙәрен төҙөкләндереү бурысы ята. Утыҙ йылдан ашыу торлаҡ-коммуналь хужалығында эшләү осоронда Дамир Дәмин улы бихисап Маҡтау Грамоталарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған, улар араһында БР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығынан Маҡтау Грамотаһы ла бар. Әлеге көндә Мәрйәм Вилдан ҡыҙы хаҡлы ялда булһа, Дамир Дәмин улы шул уҡ йәмғиәттә эшләүен дауам итә.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, йәшәһә лә Ситдиҡовтар һәр саҡ тыуған төйәгенә тартыла. 2018 йылда Түбәнге Төкөн ауылына ошо йортто һалып, ата-әсәһен күсерә. Олоғайған көндәрендә Сәрүәрә әбей менән Дәмин бабай биш йыл бергәләп барлыҡ уңайлыҡтары булған донъяла йәшәү бәхетен кисерә. Ҡыҙғанысҡа күрә, Сәрүәр Сафа ҡыҙы бер йыл элек 89 йәшендә вафат була. Әлеге көндә туҡһанынсы йәше менән барған Дәмин бабай балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй.
- Был мин үҙ ғүмеремдә һалған алтынсы йорт. Быға тиклем ауылда тағы ике йорт һалған инем, быныһы өсөнсөһө. Үҙемең проект буйынса ошондай ыҡсым ғына ике ҡатлы йорт һалырға теләнем. Өй һалырға туғандар ҙа ярҙамлашты.
Ни тиһәң дә, олоғая барған һайын тыуған яҡ үҙенә тарта бит ул, бында барыһы ла яҡын һәм ҡәҙерле, - ти Дамир Ситдиҡов.