

“119-сы йылҡысылыҡ заводы” йәмғиәтенең Һәүәләй бүлексәһендә лә бесән әҙерләү эштәре ҡыҙыу бара.
Мәғлүмәт алыу өсөн "119-сы йылҡысылыҡ заводы” йәмғиәтенең Һәүәләй бүлексәһе етәксеһе Азат Вилсур улы Бикмәевҡа шылтыраттыҡ. Азат Вилсур улы әйтеүенсә, хужалыҡта бөгөнгө көндә мал аҙығы – бесән әҙерләү ҡыҙыу бара.
- Быйыл бесән бик мул, ҡуйы һәм сифатлы. Бөгөнгө көндә 65 процент күп йыллыҡ һәм тәбиғи үлән сабылып, төргәктәргә төрөлгән дә инде. Бер йыллыҡ үләндәр әлегә өлгөрмәгән.
Ғөмүмән алғанда, йәмғиәттең баҫыуҙарында 450 гектар бойҙай, 150 гектар арпа, 120 гектар һоло, 350 гектар бер йыллыҡ үлән, 150 гектар күп йыллыҡ һәм 400 гектар тәбиғи үлән үҫә. Алла бирһә, урып йыйыу эштәре лә ҡыҙыу булмаҡсы. Эшләр өсөн бөтә шарттар ҙа бар. “RSM 2375”, “К 744”, “Беларусь” тракторҙары һәм уларға тағылмалар миҙгелле эштәрҙе ваҡытында башҡарырға мөмкинлек бирә.
Машина-трактор паркында иретеп йәбештереүсе Ринат Баязитов булған техниканы йүнәтеп ебәреп торһа, бесәнселәрҙе ашнаҡсыбыҙ Лүзә Мөхәмәтова ике тапҡыр тәмле һәм туҡлыҡлы аштар менән һыйлай, - тип эштәр барышы менән уртаҡлашты Азат Вилсур улы.
Ул шулай уҡ инженер-механик Риф Моратов, тракторсылар Юрий Филимонов, Илдар Әхмәҙиев, Иршат Өмөтбаев, Хәлим Ҡотлогилдин, төргәктәргә йыйыусы Илнур Сәйфуллин һәм кәбән һалыусы Нәүфил Байбулатовтарҙы маҡтап телгә алды.
– Коллективта барыһы ла үҙ-ара татыу һәм ярҙамсыл. Әле иһә бар көсөбөҙҙө бесән әҙерләүгә бирәбеҙ, көндәр ҡоро тороуҙан файҙаланып, оҙаҡҡа һуҙмайынса ғына сабып, йыйып, төктәргә төрөп ҡалырға кәрәк, - ти Азат Бикмәев.
Эйе, ауыл хужалығы өсөн иң яуаплы осор – мал аҙығы әҙерләү кампанияһы бара. Ваҡытында әҙерләү – һәр кемдең изге бурысы.
Гөлсәсәк Аласова.