

"АТАЙСАЛ" ГРАНТ отто
Иҫке Муса ауылы биләмәһен үҫтереү маҡсатында эшләгән “Атайсал” фонды сираттағы тапҡыр грант отто.
Был уның иҫәбендәге тәүге еңеү генә түгел. Был юлы “Бейергә теләйем! Баҫ, әйҙә, баҫ!” проекты Республика башлығы гранттары фондынан 497 мең һум аҡсаға эйә булды.
Был хаҡта Иҫке Муса ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова түбәндәгеләрҙе һөйләне:
- Бейеү буйынса шөғөлләнеүҙәр Иҫке Муса ауылы клубында махсуслаштырылған бейеү бүлмәһе эшләп бөткәндән һуң сентябрь айында башланасаҡ. Ә проекттың йомғаҡтарын киләһе йылдың апрель айында Бейеү көнөнә арналған фестиваль барышында күрәсәкбеҙ. Проектҡа республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Юлыевты ла йәлеп итәсәкбеҙ.
Был проекттың уңышлы буласағына шигебеҙ юҡ, проект командаһына һәм уның етәксеһе ауыл биләмәһе башлығы Илмира Ғәлиәхмәтоваға уңыштар теләйбеҙ. Иҫкемусалыларҙан иң сағыу , иң дәртле, иң рухлы һәм төрлө стилдәге бейеүҙәр көтәбеҙ.
Ынйы Бикҡужина.