Миҙалсылар балы башланыр алдынан, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров имтихандарҙы иң юғары балдарға тапшырыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре менән кабинетында әңгәмә ҡорҙо.
Әлфир Фәрхәт улы уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе сәләмләп:
- Шәхсән минең өсөн был уҡыусылар менән осрашыу һәр саҡ тулҡынландырғыс. Йәш булыуығыҙға ҡарамаҫтан, һеҙ бик аҡыллы һәм эрудициялы. Белеүегеҙсә, берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырыу, юғары уҡыу йортона ҡаршылыҡһыҙ инеү өсөн дә нигеҙ булып тора. Һеҙҙең алда барлыҡ ишектәр ҙә асыҡ, үҙегеҙ теләгән һөнәрҙе һайларға ғына кәрәк.
Дөйөм алғанда, район мәғариф системаһының үҫеш динамикаһы яҡшы, еңеүселәр һаны йылдан-йыл арта һәм был, һис шикһеҙ, талантлы һәм көслө уҡытыусыларыбыҙҙың ҙур ҡаҙанышы. Уларға һөҙөмтәле эштәре өсөн рәхмәт белдерәм. Уҡыусыларға иһә яңы үрҙәр һәм ҡаҙаныштар теләйем. Был еңеүҙәрегеҙ менән туҡтап ҡалмағыҙ, алдығыҙға яңы маҡсаттар ҡуйып, уға өлгәшергә ынтылығыҙ, аң-белемегеҙҙе арттырығыҙ. Һеҙҙең яҡын киләсәктә юғары белем алып, районға эшкә ҡайтыуығыҙҙы теләйем, - тине.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев та уҡыусыларҙы ҙур уңыштары менән ҡотлап үтте.
- Һеҙ ныҡышмалылыҡ һәм эшһөйәрлек күрһәтеп, башҡа уҡыусыларға өлгө күрһәттегеҙ. Һеҙгә ҡарап башҡалар ҙа тырышыр, тип ышанабыҙ. Һеҙҙең ҙур уңышҡа өлгәшеүегеҙҙә уҡытыусыларығыҙҙың, шулай уҡ ата-әсәләрегеҙҙең роле баһалап бөткөһөҙ ҙур. Алда һеҙҙе яңы үрҙәр һәм еңеүҙәр көтөүенә ышанам. Шуға күрә, өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмағыҙ. Киләсәктә һеҙ райондың етәкселек составы, педагогтар, табиптар һәм башҡа һөнәрҙәр сафын тулыландырырһығыҙ, тип өмөтләнәм. Уҡытыусыларға иһә тағы ла алдынғыларҙы әҙерләүҙәрен, киләһе йылда еңеүселәрҙең ике тапҡырға күберәк булыуын теләйем, - тине Андрей Валентинович.
Осрашыу барышында уҡыусыларҙың район хакимиәте башлығына үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар биреү, тәҡдимдәр индереү мөмкинлеге булды.
Артабан тантаналы сара район хакимиәтенең ҙур залында дауам итте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, район мәғариф бүлеге начальнигы Андрей Матвеев, мәктәптәр директорҙары һәм уҡытыусылар, мәктәпте уңышлы тамамлаған егет һәм ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
Байрамса кейенгән тантана сәбәпселәре вальс бейегәндән һуң һүҙ ҡотлауҙарға бирелде.
- Бөгөн тырыш, әүҙем, ижади сығарылыш кластар уҡыусыларын уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн бүләкләү тантанаһы үтә. Был уҡыусылар алдында тиҙҙән бар ишектәр асыласаҡ. Балаларығыҙға дәрт һәм ҡанат өҫтәгән өсөн иң тәүҙә ата-әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Шулай уҡ уҡытыусыларына, остаздарына киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын.
Үҙегеҙ теләгән уҡыу йортона инеп, теләгән һөнәрегеҙҙе үҙләштерергә яҙһын. Киләсәктә лайыҡлы шәхестәр һәм белгестәр булып районыбыҙға ҡайтығыҙ, - тине Әлфир Фәрхәт улы.
Шулай уҡ Сихонкин мәктәбе фидиалы мөдире Алевтина Андрееваның, барлыҡ ата-әсәләр исеменән сығыш яһаусы Виктория Мөхәмәҙиеваның сығыштарында мәғариф бүлегенә, уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәре һәм сығарылыш уҡыусыларына иң изге теләктәр яңғыраны.
- Беҙҙең бөгөнгө уңыштарыбыҙ райондың мәғариф бүлеге тырышлығы һөҙөмтәһе, беҙҙең белемде, һәләттәребеҙҙе үҫтерергә ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булырға вәғәҙә итәбеҙ, тине сығарылыш уҡыусылары исеменән сығыш яһап, 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәбе уҡыусыһы Рауил Баҙарғолов һәм ата-әсәләргә, уҡытыусыларына, яратҡан мәктәбенә рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.
Тантаналы сара йыр-моң, дәртле бейеүҙәр менән һуғарылып барҙы. Боҙаяҙ урта мәктәбенең “Нур” вокаль ансамбле, 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, “Далан” бейеү төркөмө бейеүсеһе Динислам Ҡаһармановтың, Эльвина Бакированың сығыштары тантанаға йәм өҫтәне.
Барлыҡ сығарылыш уҡыусыларын мәктәпте тамамлап, ҡулдарына өлгөргәнлек аттестаты алыуҙары менән ҡотлайбыҙ, киләсәктә алдарына ҡуйылған маҡсаттарына ирешеп, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булыуҙарын теләйбеҙ.