Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
1 Июль 2025, 07:57

Салауат Юлаев һәйкәле яңырып ҡайтһын

Ошо көндәрҙә Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса эштәр башланды.

Салауат Юлаев һәйкәле яңырып ҡайтһынСалауат Юлаев һәйкәле яңырып ҡайтһын
Салауат Юлаев һәйкәле яңырып ҡайтһын

Һәйкәл авария хәлендә тип танылған

2024 йылдың 14 октябрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығы федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса эштәрҙе үткәреүгә документацияның дәүләт тарихи-мәҙәни экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса акт баҫтырып сығарҙы. Документацияны Ҡазандың «ТСНРУ» АЙ-һы эшләгән, экспертизаны Санкт-Петербургтың «С.п. Бург һәм партнерҙар» ЯСЙ-һы хеҙмәткәрҙәре үткәргән. Уларҙан күренеүенсә, монумент авария хәлендә һәм ентекле реставрацияға мохтаж. Скульптурала ҡойоу элементтарының бүленеүе һөҙөмтәһендә ярыҡтар һәм металл коррозияһы барлыҡҡа килгән. Постаменттың үҙендә ярыҡ плитәләр, ярылған фрагменттар, ташалған урындар бар. Ҡурғандың ситтәре аҫҡа төшкән.

Шулай итеп, һыбайлы скульптураһы ғына түгел, ә пьедестал да, йыл һайын йылға яғына шыла барған ҡурған да ремонт талап итә. Ремонтты оҙаҡҡа һуҙыу бөтә һәйкәлдең емерелеү хәүефе менән янай.

Нимә эшләнәсәк

Юғалған элемент — геометрик биҙәкле сүкелгән таҡта формаһындағы күкрәксә тергеҙеләсәк, был һәйкәлгә уның тарихи үҙенсәлеген ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ 2005 йылда йәшел-зәңгәр төҫкә үҙгәртелгән тарихи ҡараһыу-һоро төҫтө ҡайтарыу планлаштырыла. Һәйкәлдең эсендәге авария хәлендә булған металл каркас алмаштырыласаҡ. Постаментты ҙурлығы, формаһы һәм фактураһы буйынса бер төрлө ҡара шымартылған гранит блоктары менән көпләнәйәсәктәр. Шулай уҡ проект ҡурғандың тәүге формаһын һәм ҙурлығын тергеҙеүҙе һәм уны көсәйтеүҙе күҙ уңында тота.

– Беренсе, әҙерлек этабы башланды һәм сентябргә тиклем дауам итәсәк. Был осорҙа биләмә кәртәләнә, ҙур йөк машиналарын ҡабул итеү өсөн майҙансыҡ әҙерләнә, төҙөлөш ҡаласығы төҙөлә. Икенсе этап – реставрация, ул сентябрҙә башлана. Скульптура цехҡа күсерелә һәм һүтелә. Уның эске каркасы һәм тышҡы пластиналары алмаштырыла, ат күкрәгендә юғалған медальон тергеҙелә. Был этап 2027 йылдың апреленә тиклем дауам итә һәм скульптураның урынына ҡайтыуы менән тамамлана. Өсөнсө этап һәйкәл эргәһендәге биләмәне төҙөкләндереүҙе һәм фонтанды яңыртыуҙы күҙ уңында тота. Һәйкәл 2027 йылдың октябрендә асыласаҡ, – тип аңлатты был хаҡта брифингта Салауат Ҡолбахтин.

Локация элекке кеүек ҡаласаҡ, һәйкәл янында бер ниндәй ҙә яңы элементтар барлыҡҡа килмәйәсәк, ул тап нисек булған, шулай кире ҡайтасаҡ. Берҙән-бер үҙгәреш – ул һәйкәлдең төҫө, элеккесә ҡараһыу һоро төҫкә әйләнә, тип яҙа "Республика Башкортостан" гәзите.

Идаралыҡ етәксеһе шулай уҡ һәйкәл булмаған осорҙа уның урынында ваҡытлыса арт-объект йәки лазер проекцияһы булмаясағын белдерҙе, был төҙөүселәргә ҡамасаулауы мөмкин.

Һәйкәлдәрҙе реставрациялауҙы милли үҙаңды һәм тарихи күсәгилешлекте һаҡлауға булышлыҡ иткән киләсәккә инвестиция менән сағыштырырға мөмкин. Ул монументҡа уның тәүге ҡиәфәтен һәм тарихи статусын ҡайтарырға мөмкинлек бирә, уның республика символы ролен һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Ынйы Бикҡужина.

Рита Өмөтбаева, тележурналист:

- Әлеге ваҡытта Сосланбәк Тавасиевтың уникаль ижадының аяныслы хәлдә булыуын һәм һәйкәлде реставрациялау бөгөн кәрәклеген оноторға тейеш түгелбеҙ, сөнки ваҡыт уны аямаған. Реставрацияланған Салауат Юлаев һәйкәле киләсәктә лә Башҡортостандың баш ҡалаһын һәм бөтә республиканы лайыҡлы биҙәйәсәк, тип ышанам.

Рим Исхаҡов, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы:
- Салауат Юлаев һәйкәле - республикабыҙҙың йөҙөн билдәләүсе ҡомартҡы. Ул шулай уҡ дәүләтебеҙ символы булараҡ Башҡортостаныбыҙҙың гербында һынландырылған. Шуға күрә һәйкәл республикабыҙҙағы һәр милләт өсөн бик ҡәҙерле. 50 йылдан ашыу ул Өфөгә килеүселәрҙе ҡаршылап, китеүселәрҙе оҙатып ҡалғандай. Әммә алыҫтан һис ни булмағандай тойолһа ла, яҡын барып ҡараһаң, һәйкәлдең тишкеләнеүе күҙгә ташлана. Шуға күрә реставрациялау тураһында һүҙ ҡуҙғатыу - дөрөҫ ҡарар. Постаментын нығытыу кәрәклеге лә зарур. Берәй көн килеп йылғаға ҡолап китһә, бөтөнләй һуң булыуы бар. Шуға күрә һәйкәлебеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн реставрация кәрәк.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас