

Кесе улы Данил Ватан алдындағы бурысын үтәп, хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, 2023 йылдың июлендә ҡыйыу аҙым яһай. Ул Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән хәрби килешеү төҙөй һәм әлеге көндә Әрмәнстан Республикаһы биләмәһендә хеҙмәт итә. Оло улдары Фәтих Калининград өлкәһендә хеҙмәт иткән сағында, ғаиләһенә ғорурлыҡ хистәре бүләк итеп, Мәскәүҙә уҙған Еңеү Парадында ҡатнаша. Әле ул алыҫ Себер тарафтарында вахта ысулы менән эшләй. Шамил Камил улы үҙенең хеҙмәт юлын Прибельский ауылындағы шәкәр заводында башлай. Артабан уға вахта ысулы менән илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә эшләргә тура килә. 2023 йылдың мартында ул Тыуған илебеҙ һағына торорға тигән ҡарар ҡабул итә һәм Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй. Учебканан һуң Рәсәйҙең яңы төбәгенә хәрби хеҙмәткә ебәрәләр. Унда яралана. 49 йәшлек Шамил Биктимеров бөгөнгө көндә яңынан хәрби сафҡа баҫҡан. Уға һәм уның улдарына ныҡлы сәләмәтлек, сыҙамлылыҡ, Еңеү менән тиҙерәк тыуған төйәктәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Алина МИХАЙЛОВА