Бәхетленең байрамы бергә тигәндәй, Зөлфиә Мәғсүм ҡыҙы был китапты сығарыу менән үҙенең юбилейына ҙур бүләк тә яһаны. Уның шатлығын уртаҡлашырға Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова, баш ҡаланан мәртәбәле ҡунаҡтар – яҙыусы һәм журналист, “Табын ырыуҙары берләшмәһе” төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе, яҡташыбыҙ Фәнил Ҡоҙаҡаев, энциклопедист, журналист, шағирә Клара Әғлиуллина, балалары, ауылдаштары, ҡәләмдәштәре - "Илһам" әҙәби берекмәһе ағзалары килде.
Алып барыусы Яңы Ҡыйышҡы клубының худождество етәксеһе Эльвира Вагапова сараны бик матур һәм күңелле итеп алып барҙы.
Ул, Зөлфиә ханым Дүртөйлө районы Исмаил ауылында күп балалы ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килгән. Атаһы Мәғсүм ағай күп йылдар шофер, әсәһе Нәжибә апай колхозсы булып эшләгәндәр, тип авторҙың биографияһына ҡыҫҡаса байҡау яһағандан һуң, ҡотлау тантанаһы башланды.
Иң тәүге булып Зөлфиә Мәғсүм ҡыҙын Яңы Ҡыйышҡы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова ҡотланы.
- Хөрмәтле Зөлфиә Мәғсүм ҡыҙы! Һеҙҙе тәүге китабығыҙ сығыуығыҙ һәм һоҡланғыс юбилейығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Һеҙҙең шиғырҙарығыҙ халыҡ күңелендә үҙ урынын тапты, киләсәктә лә илһам шишмәгеҙ һайыҡмаһын, яңы йыйынтыҡтар сығарырға яҙһын.Юбилейығыҙ ҡотло булһын, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ теләйем, - тине Фәнзиә Фәнүҙ ҡыҙы.
Артабан һүҙ баш ҡаланан килгән ҡунаҡтарға бирелде.
- “Табын иле- илһам иле” проекты 2012 йылдан бирле эшләп килә. Ул шиғырҙар ижад итеүселәрҙе бергә туплай, беҙгә яңы исемдәр аса һәм яңы шиғри табыштар менән ҡыуандыра. Халыҡ араһынан сыҡҡан шағирҙарҙың шиғырҙар йыйынтыҡтарын баҫтырыуы бигерәк тә һөйөнөслө. Барыһы ла китап сығара алмай, Зөлфиә һылыуға, афарин, - тине үҙ телмәрендә Фәнил ағай Ҡоҙаҡаев.
- Был китапты нәшер итеүҙә туранан-тура ҡатнашыусы булараҡ, уҡыусыларға үҙ китабыңды тапшырыу бик тулҡынландырғыс икәнен яҡшы аңлайым. Шиғырҙарыңды башҡалар хөкөмөнә тәҡдим итеү өсөн тырышлыҡ һәм тәүәккәллек кәрәк. Был эштә һеҙгә ярҙам иткән балаларығыҙға ҙур рәхмәт. Һеҙҙең менән эшләү еңел булды, - тине Клара Ишбулды ҡыҙы һәм үҙенең “Көслө ҡатын” тип атаған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Киләһе ҡотлау һүҙе менән сәхнәгә ошо ауылдың яҙыусыһы, журналистика уҙаманы Риф Йөҙлөкбаев күтәрелде.
- Ун йыл райондың шағирҙарын бергә туплаған “Илһам” ижади берекмәһен етәкләгәндән һуң был вазифаны Фәрғәт Ҡотлобаевҡа тапшырҙым. Был йылдар эсендә беҙ ижадташ дуҫтарым менән төрлө ауылдарға барып сығыштар яһап йөрөнөк, бер-беребеҙҙең шиғырҙарына анализдар ҙа яһай торғайныҡ.
Күптән түгел, беҙҙең берекмәгә ҡушылған Зөлфиә Әсфәндийәрованың китап сығарыуы барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы хәл. Уның был ҡыуанысын уртаҡлашырға күмәкләп килдек, уға киләсәктә лә ижади уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ, - тине Риф Хажиәхмәт улы.
Бик күп матур һүҙҙәр, теләктәр яңғыраны был шиғриәт һәм йыр-моң менән үрелеп барған сарала. Һәр ҡатнашыусы ихлас күңелдән ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе, бүләктәрен тапшырҙы.
- Яңы китаптың донъя күреүе – яңы тыуған сабый менән бер. Сөнки, ижад емеше булараҡ уны көтөп алаһың, өмөттәр бағлайһың. Ә уй-хыялдарыңдың тормошҡа ашыуы иһә ысын мәғәнәһендә һине бәхетле итә, - тип ихлас теләктәрен еткерҙе районыбыҙҙың шағирәһе Фирүзә Абдуллина.
- Зөлфиә еңгәй донъяһын да матур көтә, ауылда һәм районда үткәрелгән төрлө сараларҙан да ситтә ҡалмай, шиғырҙарын да йыш яҙа. Минең, ҡасан шиғырҙар ижад итергә өлгөрәһең, тигән һорауыма ул: " Улар вулкан кеүек урғылып сығып тора, үҙем дә аптырайым," - тип яуап биргән ине. Шул "вулкан" урғылыуҙан бер ваҡытта ла туҡтамаһын, "Зөлфиә" исемле "янартау" иң әүҙеме булһын. Беҙ һинән яңы әҫәрҙәр, китаптар көтөп ҡалабыҙ!, - тип дәртләндерҙе ауылдашын Ҡамышлы ауылынан Миңзәлә Язғарова.