Закира Миңлеәхмәт ҡыҙының бала сағы һәм үҫмер йылдары Ҡустығол ауылында үтә. Башланғыс кластарҙы тыуған ауылында тамамлағас, башҡа тиҫтерҙәре менән уҡыуын Сахай мәктәбендә дауам итә. Сит ауылға йөрөп уҡыуҙың бар михнәттәрен дә, күңелле саҡтарын да тулыһынса татый ул. Шулай ҙа, мәктәптә уҡыған йылдары уның күңелендә иң йылы хәтирәләр булып һаҡлана.
8-се класты тамамлағандан һуң 16 йәшлек ҡыҙ әхирәттәре менән фермаға һыйыр һауырға бара. “Һыйырҙарҙы биш ҡыҙға бүлеп бирҙеләр. Бер-беребеҙ менән ярыша-ярыша, эшләй торғайныҡ. Ул замандарҙа һыйыр һауа белмәгән ҡыҙ булмағандыр ҙа ауылда”, тип иҫкә ала Закира апай.
Йәш саҡ - дәртле саҡ, тигәндәй, йәштәр фермала эшләргә лә, кистәрен клубҡа сығып күңел асырға ла өлгөрә. Ҡарлыман ауылы егете Венер менән Шәрипҡол ауылы клубында таныша улар. Венер ағай алсаҡ, шаян ҡыҙҙы бер күреүҙән үк оҡшатһа, Закира ла зәңгәр күҙле, үткер телле, йөҙөнән йылылыҡ, ихласлыҡ бөркөлөп торған егетте үҙ итә.
Улар араһында мөхәббәт осҡондары ҡабынып, күп тә үтмәй йәштәр ҡауыша. Закира апай Ҡарлыман ауылына килене булып төшөүҙең тәүге көндәренән үк Салауат исемендәге колхозда эш башлай. Бер йыл сөгөлдөр үҫтерә, һуңынан фермаға һыйырҙар һауырға бара.
- Иҫке ағас бинала һыуыҡ, ҡулдар өшөп-туңһа, быймаларыбыҙға тығып йылытып ала инек. Рәшиҙә апай, Фәүзиә, Зилиә исемле ҡыҙҙар менән һауҙыҡ. Бер нисә йыл эшләгәндән һуң яңы таш фермаға күстек.
Көнөнә өсәр тапҡыр һауабыҙ, елен йыуырға - һыу, ултырып һауырға ултырғыстар ҙа юҡ, сей имән түмәрҙәр, йә булмаһа биҙәләр өҫтөнә ултырабыҙ. Ҡыштарын тау башында ултырған фермаға ҡар, яҙлы-көҙлө батҡаҡ кисеп йөрөлдө, - тип һөйләүен дауам итә Закира апай.
Бәлки, шул ауыр эштәрҙең шауҡымы ла булғандыр, йәш парҙың ун йыл балалары булмай. Табиптар Закира апайға бала тапҡың килһә, ферма эшенән кит тип кәңәш итә. Уларҙың ҡушҡанын үтәгәндән һуң ғына бер-бер артлы улдары Дамир һәм Әмир донъяға ауаз һала.
Тормош иптәше Венер ағай ҙа колхоз эшенән һис бушамай, тракторҙа сөгөлдөр ҙә үҫтерә, аттар, һыйырҙар, һарыҡтар ҙа көтә. Партия ағзаһы булғас, ҡайҙа ҡушһалар шунда бара.
Ләкин, донъялары түңәрәкләнде генә тигәндә, тормош тағы аяуһыҙлығын күрһәтә. Осеменаторлыҡҡа уҡып сығып, фермала эшләп йөрөгән Венер Бикмөхәмәт улы йыртҡыстар ҡулына эләгеп һәләк була. Ул апрель айында ат егеп күрше ауылға ҡунаҡтарын алып барырға киткән еренән өйөнә кире әйләнеп ҡайтмай. Яҡын тирә ауылдар халҡы ике көн буйына эҙләүҙәр алып бара. Мөрсәк ауылы ҡатындары зыярат яғында баҫыуҙағы һыулы соҡорҙа атын күреп ҡалалар. Аяуһыҙ әҙәмдәр аты йөҙөп сыҡмаһын тип, дилбегәһен бәйләп ҡуйған булғандар. Бына шулай үкенесле тамамлана 42 йәшлек Венер Бикмөхәмәт улының яҙмышы.
Ҡарынында өсөнсө сабыйын йөрөткән Закира апайға был ҡайғылы хәбәр аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итә. Яҡындарына ғына түгел, бөтә ауыл өсөн ҙур ҡайғы һәм юғалтыу була йәш кешенең үлеме.
Закира апайҙы ете һәм биш йәшлек улдары менән ата-әсәһе тыуған ауылына алып ҡайта. Август айында ҡыҙы Әлиәнең тыуыуы 33 йәшлек тол ҡатынға ҡайғыһынан бер аҙ онотолорға ярҙам итә. Атай-әсәһе йортонан алыҫ түгел өй һатып алып, бар күңел йылыһын, хәстәрен балаларына биреп яңы тормош башлай.
Атайһыҙ өс бала тәрбиәләү - ҙур көс һәм сыҙамлыҡ талап иткән етди һынау. Яҡындары, туғандары ярҙамында ул был һынауҙарҙы лайыҡлы еңеп сыға.
Баҫыуҙарҙа сөгөлдөр үҫтерергә, фермала һыйыр һауырға, донъяһын да башҡаларҙан ҡалышмайынса көтөргә өлгөрә.
Тормош дауам итә, балалар үҫеп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫа. Дамир армия хеҙмәтен тамамлап ҡайтып, Иҫке Аҡташ ауылы һылыуы Альбинаны кәләш итеп ала. Улар өс балаға ғүмер бирәләр. Әлиә Стәрлебаш районы егетенә кейәүгә сығып, ҡыҙ үҫтерәләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өләсәй шатлығына һөйөнөп йәшәп ятҡанда яҙмыш тағы ҡаты һынау ебәрә Закира Миңлеәхмәт ҡыҙына. Улы Дамир гөрләтеп донъя көткән еренән ҡапыл вафат була. Сабыр йөрәкле әсәгә бала ҡайғыһын да күтәрергә тура килә.
Бөгөнгө көндә Закира Хөсәйенова һәр ауыл кешеһе кеүек баҡсаһында емеш-еләк үҫтереп, ҡош-ҡорт аҫрап донъя көтә. Әлдә эргәмдә улым Әмир бар, һәр эштә ул оло таянысым, тип шатлана ул. Ҡан баҫымы күтәрелеп, 29 йәшендә инсульт кисереүгә ҡарамаҫтан, Әмир күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, ниндәй эшкә тотонһа ла, ҡулдары алтын, ихатала уның ҡулы теймәгән әйбер юҡтыр. Әсәһе менән бергә бынамын тигән йорт һалып ингәндәр.