

РФ Коммунистар партияһының республика комитетының беренсе секретары Юнир Ҡотлоғужин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлнара Иҫәнбаева, муниципаль район Советы депутаты, мәктәп-ара уҡыу комбинаты Хәсән Ибраҡов ветеранды йортона барып ҡотланы.
Вәдүт Аблаис улы 1935 йылдың 12 авгусында тыуған. Урындағы мәктәптә ете класты тамамлағандан һуң уҡыуын Сахай мәктәбендә дауам итә. 1942 йылда атаһын хеҙмәт армияһына алғас, ауыл тормошоноң бар ауырлығы уның елкәһенә төшә.
Мыҡты, эшкә уңған егет йәшләй генә Садиҡа исемле ҡыҙға өйләнеп, ғаилә ҡора. Туйҙан һуң күп тә тормай, егетте армия хеҙмәтенә алалар. Йәш ҡатының ҡалдырып, ул өс йыл һауа-десант ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй. Амур өлкәһендә, Украинала, 1956 йылғы Венгрия ваҡиғаларында ҡатнаша.
Демобилизацияланғандан һуң тыуған колхозында эшләй, ырҙын табағына, төҙөлөш бригадаһына мөдирлек итә. Ләкин, тыуған ауылында ғына түгел, күршә-тирә ауылдар һәм райондарҙа ла уны тәжрибәле һәм абруйлы әҙерләүсе итеп беләләр. Был эшкә ул 33 йыл ғүмерен бағышлаған. Ул замандарҙа ауыл кешеләре әҙерләүсегә ит, һөт, йөн, макулатура, дарыу үләндәре һәм башҡа әйберҙәр тапшыра ине.
Рәжәповтар татыу ғаиләләрендә биш бала – Миңнира, Дамира, Илһөйәр, Вәлимә исемле ҡыҙҙар һәм Вилор исемле ул үҫтерә. Бөгөнгө көндә хәстәрлекле олатай менән өләсәй 14 ейән-ейәнсәргә һәм 17 бүләсәргә ҡыуанып йәшәй.
Гөлсәсәк Аласова.