Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
20 Июнь 2025, 05:37

Ирҙе туғыҙ көндән һуң ғына тапҡандар

Уға бары 49 йәш булған...    

Ирҙе туғыҙ көндән һуң ғына тапҡандарИрҙе туғыҙ көндән һуң ғына тапҡандар
Ирҙе туғыҙ көндән һуң ғына тапҡандар

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡотҡарыусылар Мәләүез районының Шагайка күлендә 40 йәшлек ирҙе туғыҙ көн буйына эҙләгәндән һуң тапҡан.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир рөхсәт ителмәгән урында һыу ингәндә батҡан. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, оператив-тикшереү саралары үткәрелә.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

- махсус йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инмәгеҙ;

- алкоголле эсемлек эскәс, һыуға төшмәгеҙ

-  ярҙан алыҫҡа йөҙмәгеҙ.

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан байынса Баш идаралығынан.

 
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас