Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
20 Июнь 2025, 10:25

Дәртләнеп ҡайттыҡ

Шишмә районының “Патриот” хәрби-патриотик паркында география уҡытыусыларының слеты үтте. Унда республика Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Салауат Сәғитов география уҡытыусылары менән осрашты.

Дәртләнеп ҡайттыҡДәртләнеп ҡайттыҡ
Дәртләнеп ҡайттыҡ

Республика етәксеһе Радий Фәрит улы үҙенең сығышында география уҡытыусыларының уҡыусыларҙа тыуған яҡҡа һөйөү формалаштырыуҙары һәм тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тыуҙырыу теләген тыуҙырыуҙарын билдәләне.

– Беҙҙең идарасы команданың стратегик йүнәлештәренең береһе – Башҡортостандың тәбиғәт байлыҡтарын һәм матурлығын республикабыҙ һәм Рәсәй, башҡа дәүләттәр халҡы өсөн асыу. Шуға күрә туристик инфраструктураны әүҙем үҫтерәбеҙ. Әгәр һеҙ, педагогтар, “интеллектуаль юл” һалмаһағыҙ һәм төбәккә ҡыҙыҡһыныу уятмаһағыҙ, бурысты үтәп сығыу ауырыраҡ булыр. Һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе тыңларға һәм уларҙы ҡарарға әҙермен, - тине төбәк етәксеһе.

 Аҙаҡ Радий Хәбиров педагогтарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Уҡытыусылар республика муниципалитеттарында, юғары уҡыу йорттары уҡыусыларын да йәлеп итеп, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында география уҡытыусыларының слеттарын үткәреү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.  

Осрашыу аҙағында ул педагогтарға йөкмәткеле диалог өсөн рәхмәт белдерҙе һәм бындай мөһим  аралашыуҙың даими нигеҙҙә дауам итеүенә ышаныс белдерҙе. Башҡортостан Башлығы “Рус география йәмғиәте шишмәләре” проектында ҡатнашыусыларға – ойошманың урындағы бүлексәләренә  шишмәләрҙе төҙөкләндереүгә  сертификаттар һәм дәүләт наградалары тапшырҙы.

Был сарала беҙҙең райондың география уҡытыусылары ла ҡатнашты: Олокүл урта мәктәбенән Альбина Фәхрисламова, Чугункин исемендәге мәктәптән И. Йосопов, Ҡамышлы мәктәбенән Э. Ермеев һәм Ҡабаҡтан Р. Латипова.

  • Өс көн буйына барған сара дуҫтарса мөнәсәбәттә үтте һәм бик фәһемле булды. Район уҡытыусылары барлыҡ сараларҙа һәм слеттың практик лабораторияларында ҡатнашырға тырышты.

Миңә Республика Башлығы Радий Хәбировтың республикала балалар мотлаҡ барып күрергә тейешле географик ҡомартҡылар исемлеген төҙөргә ҡушты. Башланғыс класс уҡыусылары үҙҙәре йәшәгән район биләмәһенә походҡа сыҡһа, өлкән кластарға бөтә республика буйынса сәйәхәт ҡылыу мөмкинлеген булдырырға кәрәк, тигән фекере бик оҡшаны.

Слеттан киләсәктә алған тәжрибәне эшебеҙҙә мотлаҡ ҡулланасаҡбыҙ тип дәртләнеп, ҙур тәьҫораттар менән ҡайттыҡ, - тип уртаҡлашты Олокүл урта мәктәбенең георграфия уҡытыусыһы Альбина Фәхрисламова.

Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә география уҡытыусыларының роле ҙур. Улар уҡыусыларҙы тирә-яҡ мөхит менән генә таныштырып ҡалмай, балаларға «Ватан» төшөнсәһен күндерә.

Гөлсәсәк Аласова.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас