

Шулай һигеҙенсе кластан һуң ауылда ҡалып, фермала эшләгән Әминә, алдынғы һауынсы булараҡ, Ҡара диңгеҙгә ял итергә киткән. Уның һыйырҙарын һауырға кеше тапмағас, йә бригадир Кәлимулла ағай, йә уның артынан ферма мөдире Ғилемхан ағай килеп, класташың урынына эшләп тор инде, тип өгөтләй торғас, бер ай ваҡыт "һә" тигәнсе үтер, тип уйлап, барырға булдым. Был ваҡытта ферма һыйырҙары йәйләүҙә ине. Улар һарайҙа торғанда, һәр төркөмдөң үҙенең билдәле урыны булып, бәйле торғас, уларҙы сит кешегә айырыуы ауыр түгел. Ә йәйләүҙә, иркен яланды тултырып йөрөгән, бөтәһе лә бер иш тойолған симменталь тоҡомло һәүкәштәрҙе табыуы еңел булманы эш башлағанда. Тәүҙәрәк бөтәһенең дә һыйырҙарының исеменә тиклем белеп бөткән еңгәй-апайҙар: " Бына уның Зитаһы, ааана Гитаһы, был “Мартаһы”, эргәһендә “Фиалкаһы”, “Машкаһы”, “Милкаһы”, “Һандуғасы”, “Зойкаһы”, “Йондоҙо” һ.б." - тип күрһәтеп торҙолар. Беренсе көндән үк дуҫлашып киткән, төрлө яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Гүзәл еңгәй, үҙеңә еңелерәк булыр, малдарҙы иҫеңдә ҡалдырғансы, буяу килтереп һәр береһенә билдә һалып сыҡ, тип кәңәш бирҙе. Шулай иттем дә. Һәр береһенә аҡырайтып һандар яҙып сыҡтым. Ысынлап та шәп, уңайлы булды был ысул. Шулай итеп, башҡаларҙың ваҡытын алмай ғына, еңел генә "һыйырҙарымды" табып, һауа башланым. Тик бер заман шау-шыу ҡупты. Бер һауынсы: "Кем минең “Ромашкамды” һауған?", "Әй, әттәгенәһе, “Сыбарҡайымды” ла һауғандарсы!" - тип асыуланып, һөрән һалды. Баҡтиһәң, этләшергә яратҡан бер апайыбыҙ артып ҡалған буяу менән иң уҫал һауынсының иң һөтлө һыйырҙарына һандар яҙып сыҡҡан. Ә мин быны белмәгәс, ҡайһыһында тамға бар, һауа бирәм. "Игеҙәк" һыйырҙар барлыҡҡа килгәнен һәм кем быға "ярҙам иткәнен" төшөндөк, аңлаштыҡ, килештек, әлбиттә, бер аҙҙан. Тик күңелдә генә әҙерәк юшҡын ҡалды был оло ғына кешенең ҡылығынан.
Йәш саҡ, көслө саҡ, тигәндәй, эшкә тиҙ һәм еңел өйрәнелде. Әминә ялдан ҡайтҡас, Фәнисә еңгәйҙең, бараһы ерҙәрем, эшләйһе эштәрем күп, мине лә алмаштырып тор инде, зинһар, тигән үтенесен кире ҡаға алманым. Унан һуң минең ярҙамға мохтаждарҙан һыу буйы сират теҙелде. Ә бер аҙҙан бер һауынсы сирләп китеп, төркөмөн ҡабул итеп алып, йылдан артыҡ эшләргә тура килде.
Һауынсы эше ни тиклем ауыр булһа ла, бергә эшләгән иптәштәрҙе әле лә һағынып иҫкә алам. Апайҙар көнөнә ҡул менән 30-ҙан артыҡ һыйыр һауа ине. Ә эш графигы үҙенсәлекле: бөтөн халыҡтың тәмле йоҡоһонда, таңғы 5 - тән йәйҙәрен улар бер нисә км алыҫлыҡтағы йәйләүгә, ҡышын фермаға, көнөнә өс тапҡыр иртәнге, төшкө, киске һауынға эшкә бара. Күп эш ҡул көсө менән башҡарылды. Ә өйгә ҡайтҡас, бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя мәшәҡәттәре көтөп тора. Етмәһә, һауынсыларҙың ялы ла, отпускаһы ла юҡ! Улар йыл әйләнәһенә 365 көн шулай зарланмай, тырышып эшләй ҙә эшләй. Финә Тайғынова, Фәнисә Байназарова, Әнисә һәм Зифа Ҡоҙаҡаевалар, Гүзәл Хәмиҙуллина, Әминә Хәсәнова, Миңнифә Ишкилдина, Рәйсә Сурағолова, Рәмзиә Садиҡова, Рәмилә Баһауетдинова, Рәйсә Биктимерова, Илһамиә Заһиҙуллина, Сәкинә Хәсәнова кеүек апайҙар оло ихтирам һәи хөрмәткә лайыҡ! Ә календарҙа ауыл хужалығы эшсәндәре көнө билдәләнһә лә, айырым һауынсылар көнө булмауы дөрөҫ түгелдер, моғайын.
Миңзәлә Язғарова.
Ҡамышлы ауылы.