Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
19 Июнь 2025, 14:39

Иҫерек килеш йөрөткән өсөн яза

Ҡырмыҫҡалыла йәшәүсе ҡатын, иҫерек килеш яңынан машина йөрөткән өсөн, автомобиленән мәхрүм ителгән.Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы район-ара суды район кешеһенә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Ул РФ Енәйәттәр кодексының 264.1 статьяһы 1 бүлегендә ҡаралған енәйәт ҡылыуҙа (административ язаға тарттырылған заттың яңынан иҫерек хәлдә транспорт сараһына идара итеүе) ғәйепле тип танылды.
2025 йылдың февралендә, элек иҫерек булыуы тураһында медицина тикшереүе уҙыу тураһындағы талапты үтәмәгән һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылған ҡатын, йәнә эскән килеш автомобилгә идара иткән.
Дәүләт ғәйепләүенең фекерен иҫәпкә алып, суд ғәйепле ҡатынды транспорт сараһына идара итеү хокуғынан ике йылға мәхрүм итеп, 150 сәғәт мәжбүри эш рәүешендә яза билгеләне.
“Датсун” автомобиле дәүләт файҙаһына конфискацияланды.
Ильяс Хажиев, район прокуроры ярҙамсыһы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас