Даирә
+30 °С
Болотло
Новости
19 Июнь 2025, 14:34

Геройҙар беҙҙең арала

Илтирәк ауылынан “Филин” ҡуаматлы яугир Зорин исемендәге танк батальонында бүлексә командиры булып хеҙмәт итә. 2024 йылдың ғинуарында контрактҡа ҡул ҡуйған.

- Мин үҙ илемдең патриоты. Армияла хеҙмәт иткәндә үк контракт төҙөргә ҡарар иткән инем. Хеҙмәтемде тамамлап ҡайтҡандан һуң өйләндем. Махсус хәрби операция башланғас, ситтә ҡала алманым. Минең ғаиләм контракт төҙөү ҡарарымды хупланы, бының өсөн мин уларға рәхмәтле. Балаларымда ла бала саҡтан Ватаныбыҙға һөйөү тәрбиәләйем. Улым - Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернатының башланғыс осоу әҙерлеге курсанты. Хәрби хеҙмәткәр булырға хыяллана, - тип һөйләне яугир.
“Филин Илтирәк мәктәбен тамамлаған, һуңынан район үҙәгендәге 143-сө һөнәрселек училищеһында водитель һөнәренә уҡыған. Армияға алынғас, Майковта мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Ярты йыл хеҙмәт иткәндән һуң РФ Оборона министрлығы менән өс йылға контракт төҙөй. Грузия, Абхазия һәм Майковта тыныслыҡ урынлаштырыу миссияларында хеҙмәт иткән. Хәрби хеҙмәткәр демобилизациянан һуң кесе туған яғына ҡайта. Ҡатыны менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Контракт төҙөгәнсе Ҡырмыҫҡалы линия-производство идаралығында йорт эсендәге газ ҡоролмалары мастеры булып эшләгән.
Хәрби ҡаҙаныштары өсөн яугир II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” һәм “Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән, шулай уҡ “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим ителгән.
Шайморатов ауыл Советы хакимиәте танк батальоны командирынан Рәхмәт хаты алды. Унда “Филин” Луганск Халыҡ Республикаһы һәм Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ваҡытта үҙен юғары әхлаҡи-ихтыяр сифаттары булған әҙерлекле һәм намыҫлы хәрби хеҙмәткәр булараҡ күрһәтте” тиелә. Махсус хәрби операция барышында ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн ҡурҡыныс тыуҙырған шарттарҙа, хәрби вазифаһы буйынса бурыстарын батырҙарса башҡара.
Әлеге ваҡытта ”Филин” ҡыҫҡа ваҡытлы ялда, тиҙҙән ул яңынан алғы һыҙыҡҡа китәсәк. Уға һәм барлыҡ хәрби хеҙмәткәрҙәргә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар һәм тиҙерәк Еңеү яулап ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Контракт хеҙмәтенә ҡағылышлы һорауҙар менән 2-14-78, 2-11-58 телефондары буйынса шылтыратырға йәиһә Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондарының хәрби комиссариатына килергә мөмкин.
Миләүшә ШАМИЛОВА.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас