Был акция ике йыл элек баш ҡалала уҙғарылған “Китап-байрамы”нда башланып китте һәм шул ваҡыттан алып уңышлы эшләп килә. Быйылғы һабантуйҙа ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә гәзиттәргә яҙылыу бүләк итергә теләүселәр булды.
Баш ҡала ҡунағы – Рәсәй Федерацияһы Һанлы үҫеш министрлығының Ваҡытлы матбуғат һәм китап сәнәғәте буйынса дәүләт ярҙамы департаменты директоры урынбаҫары Светлана Дзюбинская ла акцияға ҡушылды. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә биш район гәзитенә яҙылыу бүләк итте.
Шулай уҡ был көндө акцияға ҡушылыусылар араһында район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гүзәл Сыңғыҙова, “Берҙәм Рәсәй” партияһы урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары Зөлфиә Бәхтийәрова, һабантуйҙың тағы бер ҡунағы - шәхси эшҡыуар Айдан Баев та булды.
Уларға күрһәткән изгелектәре меңләтә ҡайтһын.