Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
18 Июнь 2025, 10:04

Был юлы ла ярҙам ҡулын һуҙҙы

Яңы Ҡыйышҡы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Фәнзиә Өмәтҡолова ла “Изге яҙылыу” акцияһында ҡатнашты. Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы бер тапҡыр ғына ҡатнашмай. Афарин тибеҙ уға. 

Был юлы ла ярҙам ҡулын һуҙҙыБыл юлы ла ярҙам ҡулын һуҙҙы
Был юлы ла ярҙам ҡулын һуҙҙы

Ул районыбыҙҙа башҡорт телендә сыҡҡан “Даирә” гәзитенә тағы бер гәзитте Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙең ғаиләһенә бүләк итте.
Ошондай бүләк ярҙамында яугирҙәребеҙҙең ата-әсәләре, ҡатындары һәм туғандары районда булған яңылыҡтар һәм төп ваҡиғалар тураһында хәбәрҙар буласаҡ. Республикабыҙҙа Ватанды һаҡлаусы ир-егеттәрҙең ғаиләләре хаҡында күп яҡлы хәстәрлек күрелә, шул иҫәптән мәғлүмәти ярҙам күрһәтелә.
- Бөгөн бигерәк тә кешегә рухи аҙыҡ кәрәк, ә матбуғат – ул рухи аҙыҡ сығанағы. Илебеҙ өсөн, тыныслыҡ өсөн махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәребеҙгә иҫән-һау ҡайтып, ғаиләләре менән ҡыуанып йәшәргә насип итһен, - ти Фәнзиә Фәнүз ҡыҙы.

Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас