

Бының өсөн нигеҙ бар, тип иҫәпләйбеҙ. Мосолман дине өсөн йәнен-тәнен фиҙа ҡылған, үкенесле һәм ваҡытһыҙ вафат булған Ратмир Хәбибуллин хәҙрәт рухын, тырышлығын күтәреп алдыҡ һәм уны артабан дауам итеүгә йөҙ тотабыҙ, сөнки мәсеткә йәш көстәр килде. Азамат Ғәлиуллин “Ибраһим” мәсете мәхәлләһенең рәсми рәйесе, Абдулла Ғөбәйҙуллин мөәзин итеп тәғәйенләнде, ун ике кешенән торған мәхәллә берлеге билдәләнде. Терәлеп торған иҫке ФАП бинаһын мәсеткә ҡушып, Аллаһ йортон ҙурайтыу, төҙөкләндереү мәшәҡәттәре дауам ителә. Ауылдаштар яңы етәкселеккә ихлас теләктәшлек күрһәтә, өмәләрҙә теләп ҡатнашалар.
Йома намаҙҙары ваҡытында үткәрелә. Ғәрәп телен өйрәнеүселәрҙең һаны арта бара. Дини байрамдар күмәк халыҡ ҡатнашлығында ойошторола. Әле генә, Ҡорбан ғәйетенең тап өсөнсө көнөндә, тағы бер матур сара үткәрелде. Өс яугир ир-егеттең МХО-нан ҡыҫҡа ялға ҡайтыуын ишетеү менән Абдулла мәзин уларҙы халыҡ менән осраштырыуҙы үҙ өҫтөнә алды. Ул хәләл ефете Таңсулпан ханым менән ҡорбан итенән былау һәм мул табын әҙерләгәйне.
Бына улар – беҙҙең ҡунаҡтар, еңел булмаған һуғыш утын үҙ йөрәге аша үткәреп, ашҡынып, атай-әсәйҙәрен, ҡатындарын, бала-сағаларын һағынып ҡайтҡан, тыуған тупрағына аяҡ баҫҡан яугирҙар. Береһе Даян Мурзин исемендәге дивизияла, икәүһе 428-се полкта хеҙмәт итәләр. Өсөһө лә “Хәрби батырлыҡ өсөн” (“За боевые заслуги”) миҙалы кавалерҙары. Яугирҙар һүҙсән булмай. Беҙ бары тик уларҙың “позывнойҙары”н ғына белә алдыҡ. Егеттәр Һәүәләй ауыл хакимиәтенә ҡараған биш ауыл әүҙемселәре әҙерләгән маска селтәрҙәренең, башҡа кәрәк-яраҡтарҙың яугирҙарға теүәл барып етеүен белдереп, ҙур рәхмәттәрен еткерҙеләр. Афған һуғышы ветерандары автомашина тәгәрмәстәре ебәргән икән. Улар ҙа ныҡ ярап ҡалған.
Мәхәллә әүҙемселәренең телмәре шуға ҡайтып ҡалды. Йома намаҙҙарында МХО-ла вафат булыусылар мотлаҡ иҫкә алына, һәр береһенә арнап оҙайлы доға бағышлана. Шулай уҡ доғаларҙа тиҙерәк һуғыштың бөтөүен, әлеге көндә ил именлеге һаҡсыһы бурысын атҡарыусы ир-егеттәребеҙҙең иҫән-һау булып, үҙ аяҡтарында теүәл генә әйләнеп ҡайтыуҙарын теләү бөтә йөрәктән әйтелә. Абдулла мөәзиндең: “Доғаларҙан айырылмағыҙ, уларҙы ятлап алығыҙ, доғалар йәнде-тәнде һаҡлай. Иҫән-һау ҡайтҡас, намаҙға баҫырһығыҙ. Намаҙ ул Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшеү”, - тигәне һүҙе үтемле булды. Йәзилә Ғәзизова һәм Раушания Рамазанова Һәүәләй ауыл хакимиәте эргәһендә “Ватан” ирекмәндәр штабы ойошторғайны. Өс йыл эсендә улар һалдаттарға бик күп әйберҙәр туплап оҙатҡандар. Маска селтәрҙәре 350-нән ашып киткән. Әлеге мәлдә улар тап үҙ ерлегебеҙҙә үҫкән үләндәрҙән хуш еҫле сәй әҙерләү-төрөү менән мәшғүлдәр.
Һөйләшеүгә күңелгә ятышлы теләктәр ҡушылып барҙы. Командирҙарығыҙ аҡыллы, мәрхәмәтле булһын, Башҡортостан яугирҙәренә сәләм әйтегеҙ, тигән фекерҙәр йыш яңғыраны. Ҡайтығыҙ, егеттәр, ил тәртибен ҡулығыҙға алығыҙ, йортоғоҙҙо балалар тауышына күмеп, ишек алдарын сәскәләргә биҙәп йәшәгәеҙ, тигән саҡырыуҙар ишеттек. Осрашыу аҙағында мәхәллә рәйесе Азамат Ғәлиуллиндың: “Егеттәрҙең яу ҡырынан ҡайтып, бында килеп ултырыуы, ерҙәштәре менән осрашыуы тарихи әһәмиәткә эйә. Һуғыш тиҙерәк бөтөп, донъялар тынысланып, ирҙәребеҙ бөтөнләйгә ҡайтһын да бөгөн башланған тарих ебен өҙмәһендәр, осрашыуҙар дауамлы булһын ине”, – тигән һүҙҙәре йөрәккә май булып яғылды.
Фәүзиә ЛАТИПОВА.
Ибраһим ауылы.