Даирә
+24 °С
Ямғыр
Новости
8 Июнь 2025, 18:58

Бик ауыр хәбәр алдыҡ

Нисәмә яуҙы имен үтеп, иҫән ҡалған ине лә бит...

Бик ауыр хәбәр алдыҡБик ауыр хәбәр алдыҡ
Бик ауыр хәбәр алдыҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды етәксеһе, Башҡортостан хәрби хәрәкәттәр ветерандарының төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән Рәжәпов вафат.

Ир-егеткә, айырыуса йәш быуын вәкилдәренә сағыу илһөйәрлек өлгөһө күрһәтеп йәшәгән һоҡланғыс шәхес. Республикабыҙҙа янғындар мәлендә әүҙем ойоштороу эштәре башҡарып, ут һүндереүҙә алдан йөрөгән; мохтаждарға, МХО-лағы һалдаттарыбыҙға бик күп гуманитар ылау ташыған шул ҡәҙәр ярҙамсыл, оло йөрәкле ир-уҙаман. Милләтебеҙ өсөн башҡа йәһәттән дә бихисап изге ғәмәлдәр атҡарған илһөйәр...

Билдәле булыуынса, яугир рухлы Тимерйән Рәжәп улы, оло ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп, махсус хәрби операция биләмәһенә киткәйне.

Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылында тыуған батыр яҡташыбыҙ хаҡында яҡты иҫтәлек күңелдәребеҙҙә мәңге йәшәр. Уның яҡындарының, туғандарының, барлыҡ халҡыбыҙҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ. Тимерйән Рәжәп улының йәне йәннәттә булһын.

Фото һәм сығанаҡ: " Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Автор:Гульчачак Алачева
Читайте нас