+24 °С
Ямғыр


Шаран районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәрен асыҡлай.
Кисә көндөҙ Шаран-Туҡбирҙе автомобиль юлының өсөнсө саҡрымында, Преображенское ауылы янында, 51 йәшлек ир "Лада Приора" машинаһында юлдан осҡан. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель дауаханаға оҙатыла, унда шул уҡ көндө кис, аңына килмәйенсә, вафат була. Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү үткәрелә. Бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.
Фото: https://web.telegram.org/k/#@bash_gibdd